Рекламный баннер 990x90px bantop
27 ғинуар — Рәсәйҙә Хәрби дан көнө. 1944 йылдың был көнөндә Ленинград ҡалаһы немец-фашист ғәскәрҙәре блокадаһынан тулыһынса азат ителә
19:21 27.01.2025 16+
27 ғинуар — Рәсәйҙә Хәрби дан көнө. 1944 йылдың был көнөндә Ленинград ҡалаһы немец-фашист ғәскәрҙәре блокадаһынан тулыһынса азат ителә.
Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябренән башланып, 872 көн буйы дауам итә.
Ленинград блокадаһы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиғаларҙан һанала. Ул 2 миллиондан артыҡ кешенең ғүмерен өҙә. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән.Ишҡол урта мәктәбе директоры кәңәшсеһе Йәмилхина Г.Б
Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә арналған Батырлыҡ дәресе үткәрҙе.
Рауил ауыл советынан Гәлләмов Ғәле Сәйәх улы,Ирғәлин Шәкирйән Шәйхаттар улы, Гибадуллин Әҡсән Әғзәм улы Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан .
Дәрескә Ирғәлин Шәкирйән Шәйхаттар улының ҡыҙы Руфина саҡырылғайны.
Руфина Шәкирйән ҡыҙы атаһы тураһында бик күп иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Атаһының һуғыштан яҙған хаттарын,фотоларын,яуҙаш дуҫтары менән яҙышҡан хаттарын алып килде.
Уҡытыусыбыҙ Зилә Мазһар ҡыҙы ла йылы хәтирәләрен еткерҙе.
Дәрес Ш.Ш.Ирғәлинға ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.
#НавигаторыДетства
#РосДетЦентр
#ЯПомнюЯГоржусь
#БлокадаЛенинграда

Оставить сообщение: