Рекламный баннер 990x90px bantop
"Ылаҡ" уйынында еңеүселәр!
19:44 05.02.2025 16+
"Ылаҡ" уйынында еңеүселәр!
Беҙҙең Әбйәлил ылаҡсылары, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танылыу яулаған. Тиҫтә йыл самаһы инде, Ғәлим Яуынбаев етәкселегендә бер төркөм яҡташыбыҙ ылаҡ уйынын пропагандалау һәм таратыу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Ярышҡа сәфәр ҡылыу, алыҫ юл, аттарҙы транспорт менән ташыу күберәк уларҙың үҙ кеҫәһенә һуҡһа ла, яулаған үрҙәр ылаҡсыларҙы алға - яңы еңеүҙәргә әйҙәй. Сөнки рухлы , тамырҙарында башҡорт ҡаны ҡайнаған аҫыл ир - егеттәр генә ҡатнаша ярышта!
Әбйәлил командаһы составындағы спортсыларҙы: Ғәлим Яунбаевты, Илдар Ғирфановты, Мансур Вәлиевты, Батыр Әбүбәкировты, Роберт Рынжаны, Илсур Мырҙабаевты, Марат Шәрәфетдиновты, Азамат Хәлисовты, Илнур Һибәтовты еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Афарин, Әбйәлил егеттәре!

Оставить сообщение: