Рекламный баннер 990x90px bantop
Аҡ,аҡ ҡарҙар яуа ябалаҡлап,
11:29 10.02.2025 16+
Аҡ,аҡ ҡарҙар яуа ябалаҡлап,
Ағастарға биҫтәрен һалып,
Ир,егеттәр үлә яу ҡырында,
Туғандарын ҡайғыға һалып.
Ҡасан бөтә инде был канкойыш,
Кемгә кәрәк икән был ғазап,
Әсәләрҙең бергә ҡушһаң йәшен,
Бер диңгеҙҙән булғандыр илап.
Бөгөн беҙгә лә килде был ҡайғы,
Ҡустым ҡайтты ялтыр табутта,
Илен өсөн һин ҡаһарман егет,
Тик яҡындар яна бит утта.
Нисек кутэрерзэр был ҡайғыны,
Ата,әсәһен, яҡын туғандар,
Кем ғәйепле,был ҡәһәр һуғышҡа,
Тамуҡ уттарында янхындар.
Кемгә кәрәк был ҡәһәрле һуғыш,
Нимәне һаман бүлә алмайҙар,
Байлыҡ ҡала, беҙ китәбеҙ буш ҡул,
Һаманда шуны аңламайҙар.
Мәңге йәшәр кеүек был донъяла,
Әжәл килер бер кем буш ҡалмай,
Нисек яуап тотор гонахтарга,
Нишләп шуны улар уйламай.
М.Салихов.
Ағастарға биҫтәрен һалып,
Ир,егеттәр үлә яу ҡырында,
Туғандарын ҡайғыға һалып.
Ҡасан бөтә инде был канкойыш,
Кемгә кәрәк икән был ғазап,
Әсәләрҙең бергә ҡушһаң йәшен,
Бер диңгеҙҙән булғандыр илап.
Бөгөн беҙгә лә килде был ҡайғы,
Ҡустым ҡайтты ялтыр табутта,
Илен өсөн һин ҡаһарман егет,
Тик яҡындар яна бит утта.
Нисек кутэрерзэр был ҡайғыны,
Ата,әсәһен, яҡын туғандар,
Кем ғәйепле,был ҡәһәр һуғышҡа,
Тамуҡ уттарында янхындар.
Кемгә кәрәк был ҡәһәрле һуғыш,
Нимәне һаман бүлә алмайҙар,
Байлыҡ ҡала, беҙ китәбеҙ буш ҡул,
Һаманда шуны аңламайҙар.
Мәңге йәшәр кеүек был донъяла,
Әжәл килер бер кем буш ҡалмай,
Нисек яуап тотор гонахтарга,
Нишләп шуны улар уйламай.
М.Салихов.
Оставить сообщение: