Рекламный баннер 990x90px bantop
УКРАИНАЛА ҺӘЛӘК БУЛҒАН ЯҠТАШТАРЫМА
12:13 19.02.2025 16+
УКРАИНАЛА ҺӘЛӘК БУЛҒАН ЯҠТАШТАРЫМА
***
Бына тигән ир - егеттәр китә,
Герой даны алып, мәңгегә.
Донъя күргәндәре, сыныҡҡаны,
Бер ни күрмәгәне әлегә.
Бына тигән, көсө ташып торған,
Кәләш наҙлар, бала ҡосор ир -
Зар илатып яҡындарын, илен...
Үкһеп кенә илай Тыуған ер...
Һуңғы юлға оҙатҡанда иле,
Батыр улын, ныҡлы терәген.
Нисек кенә түҙер ғәзиз әсә?!
Ни кисерер ата йөрәге?
"Әсәәәй, атай ҡайтты!" -
Юҡ икән шул...
Ыжғыр елдәр тәҙрә шаҡыйҙар...
ИЛЕМ, тиеп китә ғәзиз улдар,
Кирза итек кейгән атайҙар...
... Яҡындарын зар илатып ҡына,
Мәңгелеккә китә атайҙар...
️Сәлиә Ғатауллина
***
Бына тигән ир - егеттәр китә,
Герой даны алып, мәңгегә.
Донъя күргәндәре, сыныҡҡаны,
Бер ни күрмәгәне әлегә.
Бына тигән, көсө ташып торған,
Кәләш наҙлар, бала ҡосор ир -
Зар илатып яҡындарын, илен...
Үкһеп кенә илай Тыуған ер...
Һуңғы юлға оҙатҡанда иле,
Батыр улын, ныҡлы терәген.
Нисек кенә түҙер ғәзиз әсә?!
Ни кисерер ата йөрәге?
"Әсәәәй, атай ҡайтты!" -
Юҡ икән шул...
Ыжғыр елдәр тәҙрә шаҡыйҙар...
ИЛЕМ, тиеп китә ғәзиз улдар,
Кирза итек кейгән атайҙар...
... Яҡындарын зар илатып ҡына,
Мәңгелеккә китә атайҙар...
️Сәлиә Ғатауллина
Оставить сообщение: