Рекламный баннер 990x90px bantop
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө
14:37 20.02.2025 16+
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Байым урта мәктәбендә лә телде үҫтереү бурысы ҡуйылған. Туған телдәр көнөнә башланғыс синыф уҡыусылары уҡытыусылары, директор кәңәшсеһе менән берлектә «Ерем, телем, илем» йырынан флешмоб ойошторҙолар.
Оставить сообщение: