Рекламный баннер 990x90px bantop

1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла Туған телдәр проблемаһы ҡарала

08:44 21.02.2025 16+
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла Туған телдәр проблемаһы ҡарала.Шуға ла һә рхалыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-телижадын, ғөмүмән, һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2000 йылдың 21 феврале Халыҡ-ара туған телдә ркөнө тип иғлан ителә.

20февраль көнө Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейына бик мәртәбәле ҡунаҡтар, Белорет районы Абҙаҡ ауылынан һәм Әбйәлил районы ағинәйҙәре килде.
Килгән ҡунаҡтарҙы музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ләйсән Ислам ҡыҙы музей менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы,фәһемле экскурсиянан һуң килгән ҡунаҡтар Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Дуҫлыҡ күпере” исемле интелектуаль уйында ҡатнашты. Уйын- көлкө, йыр- моң менән аралашлап барған сарала ҡатнашыусылар Халыҡ-ара туған телдәр көнө булараҡ барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр төшөндө.
Апайҙар ҡасандыр үҙҙәре уйнаған, хәҙер онотолоп барған халыҡ уйындарын, йомаҡ, мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп киләсәк быуынға ошо тел байлығын һаҡларға, өйрәтергә кәрәклеге тураһында фекер алыштылар.
Һәр халыҡтың хазинаһы, моңло йәдкәре ул – тел, әсә теле. Туған тел кешене белемле, аҡыллы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ хөрмәтле була. Үҙ телебеҙгә бер ҡасан да битараф булмайыҡ, уны һаҡлайыҡ, иркен аралашайыҡ, телмәребеҙҙе үҫтереүгә бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмайыҡ.
#АбзелиловскийИКМ
#Международныйденьродногоязыка
#РеспубликанскаямузейнаяакцияСозвездиенародов
#МузеиРБ
1065

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ