Рекламный баннер 990x90px bantop
23 февраль - Совет Армияһы көнө -Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бергә 24 февраль - МХО башланған көн дә яҡынлашты
06:00 23.02.2025 16+
23 февраль - Совет Армияһы көнө -Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бергә 24 февраль - МХО башланған көн дә яҡынлашты. Самат Ғәбитов был һуғыштағы тәүге геройҙарҙың береһе Ильгамов Тамерлан Айсар улына арналған клип сығарҙы. "Тамерландың өләсәһе Сара Сабит ҡыҙы Тал-Ҡусҡар ауылынан, минең атай Һиммәттең өлкән ағаһы Сабиттың ҡыҙы. Шуға ла Тамерлан беҙҙең балалар менән туған һәм дуҫ ине. Ҡусҡар мәктәбендә 9 класс тамамланы.Тормошон армия менән бәйләне, Сирияла командировкала булып ҡайтты. МХО башланғас, әлбиттә, уларҙың ғәскәр ҙә махсус хәрби операция зонаһына индерелде. Шунда инде, башҡалар позиция алыштырғансы һуңғы сиккәсә геройҙарса алышып һәләк булды. Тәне ҡайтты цинк табутта, даны ҡайтты Герой булып. Миңә иһә бер ниндәй дан-шөһрәтһеҙ ябай һалдат булып үҙ аяғында йылмайып ҡайтып инеүе сикһеҙ ҡыуаныс булыр ине. Эх, әйтәһе һүҙҙәр күп, әммә...
Әйткәндәй уның ике оло олатаһы Ғәбитов Сабит Ғәбит улы, Әхтәмов Нурғәле Әхтәм улы Бөйөк Ватан һуғышында шул ерҙәрҙә йөрөп, яраланып булһа ла ҡайтып ингәндәр өйҙәренә, тик бына бүләләре ҡайта алманы... "-тип яҙа Самат Һиммәт улы үҙенең сәхифәһендә.

Оставить сообщение: