Рекламный баннер 990x90px bantop
1 март көнө Таһир Күсимов исемендәге гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының имтихан буйынса кәңәшмә семинары үтте.
09:00 03.03.2025 16+
1 март көнө Таһир Күсимов исемендәге гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының имтихан буйынса кәңәшмә семинары үтте.
31 белем биреү учреждениеһынан килгән 30 уҡытыусы өсөн Хәмит урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы “Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр” темаһына бик йөкмәткеле һәм файҙалы сығыш яһаны.
Абдрахманова Лира Сәлимйән ҡыҙының “Синтаксис. Һүҙбәйләнештәрҙең һәм һөйләмдәрҙең яһалыу юлдары” исемле сығышы фәһемле булды.
Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, имтиханға әҙерләүҙә ҡулланған практик алымдары менән бүлеште, һөнәри кимәлде үҫтереү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәшләште, коллегаларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Оставить сообщение: