Рекламный баннер 990x90px bantop

6 мартта, бергәләп яҙҙы ҡаршылау һәм матур ханымдарҙы тәүге яҙғы байрам менән ҡотлау өсөн, Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә

08:03 07.03.2025 16+
6 мартта, бергәләп яҙҙы ҡаршылау һәм матур ханымдарҙы тәүге яҙғы байрам менән ҡотлау өсөн, Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сара үтте.
Музей ҡунаҡтары итеп үҙәк район китапханаһы,"Тирмәкәй" балалар баксаһы, район ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, һәм район инвалидтар ойошмаһы ағзалары саҡырылды.
Музей мөдире Ш.И. Әхмәтҡужина яҙғы байрам менән ҡотланы. Үҙенең сығышында ул бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт белдерҙе һәм яҙғы йылылыҡ һәм сәләмәтлек теләне. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Л.И. Бисенғолова байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, байрам символикаһы һәм төрлө илдәрҙә халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң нисек билдәләнеүе тураһында һөйләне.
Артабан сара викторина–бүләк форматында дауам итте . Ҡунаҡтар викторина һорауҙарына рәхәтләнеп яуап бирҙеләр, бүләктәр оттолар. Ҡатнашыусылар зирәк , тәрән фекерләй белеүҙәрен һәм шул уҡ саҡта юморға бай икәнлектәрен күрһәтә алдылар. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.
Беҙ ҡунаҡтарыбыҙға байрам кәйефен тыуҙыра алыуыбыҙға шатбыҙ, сөнки уларҙың күңелдәре, музейҙан сыҡҡанда, шатлыҡ һәм рәхмәт тойғолары менән тулы ине.
#АбзелиловскийИКМ
#РеспубиканскаямузейнаяакцияВесеннийкомплимент
#МузеиРБ
440

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ