Рекламный баннер 990x90px bantop

В деревне Хамитово состоялась церемония прощания с бойцом СВО Муратом Касимовым

12:01 07.03.2025 16+
В деревне Хамитово состоялась церемония прощания с бойцом СВО Муратом Касимовым.
Мурат Халилович Касимов родился в 1984 году в этой деревне, став вторым ребенком в многодетной семье. Во время учебы в местной школе он проявил себя как талантливый и физически развитый ученик.
Срочную службу Мурат проходил на Северном Кавказе, в городе Моздок. За безупречную службу был награжден Почетной грамотой. Вернувшись из армии, он создал семью, и в их дружной семье родилось трое детей.
Мурат всегда любил природу и лес, поэтому устроился на работу в Башкирский государственный заповедник, где трудился с большой самоотдачей. Несмотря на занятость, он активно участвовал в общественной жизни села: играл в волейбол и был бессменным Дедом Морозом на новогодних праздниках. Несколько лет подряд он вместе с семьей выступал спонсором на елке.
Мурат Касимов был человеком спокойным, отзывчивым и уважаемым среди своих односельчан. Он одним из первых в деревне выразил желание принять участие в специальной военной операции. За отвагу, проявленную при исполнении воинского долга, Мурат Халилович был награждён Благодарственным письмом главы Республики Башкортостан.
Несколько раз Мурат Халилович приезжал в краткосрочный отпуск и, встречаясь со школьниками, с тревогой рассказывал о будущем нашей страны. Он говорил: «Дети должны жить в мире, поэтому я сегодня солдат».
К сожалению, наш доблестный земляк погиб при выполнении боевого задания. Выражаем искренние соболезнования родителям бойца, его супруге, детям, всем родным и близким.

Морат Хәлил улы Ҡасимов 1984 йылдың 15 сентябрендә Әбйәлил районының Хәмит ауылында 4 балалы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Урындағы урта мәктәптә белем ала. Уҡығанда ул үҙен һәләтле, оҫта телмәр һөйләүсе, физик яҡтан үҫешкән бала итеп күрһәтә. Мәктәпте тамамлағас,Төньяҡ Кавказда Моздок ҡалаһында хеҙмәт итә, "Яҡшы хеҙмәте өсөн" Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Әрменән ҡайткас, Шәрип ауылы ҡыҙы Әлиә менән ғаилә ҡора. Йәш ғаилә тырышып донъя көтә, ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә: Лидар Сибай сәнғәт училищеһы студенты, Арслан, Самира мәктәптә уҡыйҙар. Татыу, айыҡ тормош яҡлы ғаилә "Йәш ғаилә -2001" район конкусында еңеп сыға. Морат урта мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләй, ләкин бәләкәйҙән тәбиғәтте, урманды яратҡанға Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына эшкә төшә һәм бик тырышып эшләй. Эш араһында ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, волейбол уйнарға ярата, мәҙәниәт усағында эшләгән ҡатыны Әлиәнең уң ҡулы булып, хәленән килгәнсе ярҙам итә, Яңы йыл байрамдарында алыштырғыһыҙ Ҡыш бабай була. Бер нисә йыл рәттән шыршы байрамында Морат ғаиләһе менән бағыусы булып сығыш яһай. Тыныс холоҡло, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле, ярҙамсыл Моратты һәр кем ихтирам итә, уның һүҙенә, кәңәшенә ҡолаҡ һала. Шундай һүҙ көсө уға сәсәниә әсәһе Илсиә Малыбай ҡыҙынан күскәндер. Атаһы Хәлил Солтанғәли улы ла гел малайҙар үҫкән ғаиләнән, барыһы ла әрме хеҙмәте үткән, береһе афған ветераны, шуғалыр ҙа Морат ысын ир-егеттәргә хас ҡәтғилек менән ауылдан иң беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә. Шайморатов батальонындағы хеҙмәтен баһалап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров "Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн" Рәхмәт хаты менән бүләкләй. Бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ялға ҡайта һәм уҡыусылар менән осрашып әңгәмәләшкәндә, илебеҙҙең киләсәге тураһында борсолоп һөйләй.
"Балалар тыныслыҡта йәшәргә тейеш, шуға күрә мин бөгөн һалдат", - ти ул. Әммә һуғыш аяуһыҙ... Хәрби заданиены үтәгәндә ҡаты бәрелеш барышында батырҙарса һәләк була.
Яугирҙың ҡатыны Әлиә Вәхит ҡыҙының, балаларының, әсәһе
Илсиә Малыбай ҡыҙының, атаһы Хәлил Солтанғәле улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
https://oskon.info/news/kaharmanlyk/2025-03-06/h-mit-auyly-batyr-ulyn-u-y-yul-a-o-atty-4147086
2791

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ