Рекламный баннер 990x90px bantop
ӘБЙӘЛИЛ
15:36 10.03.2025 16+
ӘБЙӘЛИЛ
Ҡыр(ы)ҡтымдың буйын иңләп ятҡан
Әбйәлилем - ғәмем сығанағы,
Ҡыр(ы)ҡтымдың үрен үрләп йәшәр
Әбйәлилем - сәмем сығанағы.
Сәс толомо, сәм олоно микән
Ҡыҙылымдың Оло-Кесеһе.
Ҡыҙылыма ыҡҡан шишмәләрҙең
Татыр һыуын мәңге эсәһе.
Киң ҡоласын йәйгән күлдәренең
Балҡыуында тәңкә сыңы бар.
Әбйәлил дә тигән батырының
Ҡарһүҙ сылбырында даны бар.
Кусимов та тигән данлы улы
Днепр кискән атлы уҙаман.
Тыуған ерен һағынып сит-ят ерҙә
Кемдәр моңло йырҙар һуҙмаған.
Әбйәлилем тиһәм, Ҡырҡтым баҫа,
Ҡырҡтым тиһәм, көлә Сабаҡтым.
Мауыҙҙы һәм Ҡарабалыҡтынан
Алдым һөйөү тигән һабаҡты.
Әбйәлилем - минең ғәм усағым.
Сәм усағы - ғәзиз Әбйәлил.
Тарих тынын тыңлап, заман моңон
Яңғыратҡан данын ғәмгә ил.
Ғажиз ерем - минең Әбйәлил.
Ҡарағужина Зөлфирә
27.02.2025 йыл
Ҡыр(ы)ҡтымдың буйын иңләп ятҡан
Әбйәлилем - ғәмем сығанағы,
Ҡыр(ы)ҡтымдың үрен үрләп йәшәр
Әбйәлилем - сәмем сығанағы.
Сәс толомо, сәм олоно микән
Ҡыҙылымдың Оло-Кесеһе.
Ҡыҙылыма ыҡҡан шишмәләрҙең
Татыр һыуын мәңге эсәһе.
Киң ҡоласын йәйгән күлдәренең
Балҡыуында тәңкә сыңы бар.
Әбйәлил дә тигән батырының
Ҡарһүҙ сылбырында даны бар.
Кусимов та тигән данлы улы
Днепр кискән атлы уҙаман.
Тыуған ерен һағынып сит-ят ерҙә
Кемдәр моңло йырҙар һуҙмаған.
Әбйәлилем тиһәм, Ҡырҡтым баҫа,
Ҡырҡтым тиһәм, көлә Сабаҡтым.
Мауыҙҙы һәм Ҡарабалыҡтынан
Алдым һөйөү тигән һабаҡты.
Әбйәлилем - минең ғәм усағым.
Сәм усағы - ғәзиз Әбйәлил.
Тарих тынын тыңлап, заман моңон
Яңғыратҡан данын ғәмгә ил.
Ғажиз ерем - минең Әбйәлил.
Ҡарағужина Зөлфирә
27.02.2025 йыл
Оставить сообщение: