Рекламный баннер 990x90px bantop
Салауат ағай буҙаны дөрөҫ әҙерләргә өйрәтә
08:48 16.03.2025 16+
Салауат ағай буҙаны дөрөҫ әҙерләргә өйрәтә
Әбйәлил районының Йәнгел ауылында йәшәгән Салауат Әминев дин әһеле лә, баҡсасы ла, техниканы ла яҡшы белә. Әле уның буҙа ҡайнатҡан видеояҙмаһын күреп ҡалдыҡ. Был шифалы эсемлекте дөрөҫ әҙерләргә өйрәтә ул. Ҡарағыҙ.
Салауат ағай буҙаны дөрөҫ әҙерләргә өйрәтә:
3 литр һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән геркулес ярмаһы һалып 5-10 минут бүрттерәбеҙ.
Талғын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туҡтауһыҙ бутарға.
Бер сәғәт үткәс, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Артабан уға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға һәм 1 тәүлеккә йылы урынға ултыртырға.
Бер тәүлектән һуң буҙа әҙер буласаҡ.
Видео: С. Әминев.

Оставить сообщение: