Рекламный баннер 990x90px bantop

В деревне Первомайский состоялось прощание с участником специальной военной операции Амангильдиным Маратом Гайфулловичем

07:26 19.03.2025 16+
В деревне Первомайский состоялось прощание с участником специальной военной операции Амангильдиным Маратом Гайфулловичем.
Марат Гайфуллович родился в 1987 году в этой деревне. Начальное образование получил в родной школе, а затем продолжил обучение в Янгельской средней школе. В 2003 году он поступил в профессиональное училище № 67 в Магнитогорске, где освоил профессию сварщика.
В 2008 году Марат Гайфуллович был призван в ряды Российской армии. Его служба проходила во внутренних войсках в Ростовской области.
Вернувшись на родину, он начал работать на Магнитогорском металлургическом комбинате. Коллеги уважали молодого человека за его ответственность, трудолюбие и умение качественно выполнять свою работу. Спокойный и аккуратный, всегда готовый прийти на помощь, Марат Гайфуллович имел много друзей.
Когда безопасность страны оказалась под угрозой, наш земляк принял решение отправиться в зону проведения специальных военных операций. Он был стрелком и непосредственно участвовал в боевых действиях. Однако в одном из ожесточённых сражений Марат Гайфуллович погиб, проявив мужество и отвагу. Отважный воин остался верен присяге до последнего вздоха.
Приносим искренние соболезнования матери Марата Миннур Шугаюповне, его жене Валентине Сергеевне, дочери Виктории и сыну Вадиму. Мы желаем им сил и терпения в это непростое время.

****

Первомай ауылы батыр яугир менән хушлашты

Первомай ауылы махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Марат Амангилдин менән хушлашты.
Яугир яҡташыбыҙ менән бәхилләшергә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, район Советы секретары Булат Исламбаев, хәрби комиссар Максим Гребенщиков, район Советы депутаттары Фәнил Әсәҙуллин, Юлай Ҡаҙаҡбаев, Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, “Боевое братство” ойошмаһы ағзалары, ауылдаштары, туғандары килде.
Марат Амангилдин 1987 йылдың 15 ғинурында Первомай ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс белем ала, артабан Йәнгел урта мәктәбендә уҡый. 2003 йылда Магнитогорск ҡалаһының 67-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 2008 йылда Рәсәй армияһы сафына саҡырыла. Ростов өлкәһендә эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.
Хеҙмәтен тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатында эш башлай. Яуаплы, тырыш, эшен урын еренә еткереп башҡарған егетте коллективта ихтирам итәләр. Тыныс холоҡло, ипле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер Марат Ғәйфулла улы ның дуҫтары күп була.
Илебеҙ именлегенә хәүеф янағас, яҡташыбыҙ ситтә ҡалмай, контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһына юллана. Уҡсы сифатында хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнаша. Тик ҡаты бәрелештәрҙең береһендә Марат Ғәйфулла улы батырҙарса һәләк була. Яугир хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡала.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, Магнитогорск металлургия комбинаты етәкселеге һәм хеҙмәттәштәре исеменән Амонжон Танкин, яугирҙең туғандарының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
М. Амангилдиндың уҡытыусыһы Әлфиә Дәүләтҡолова Мараттың бәләкәйҙән ипле, тәртипле, яуаплы булыуын күҙ йәштәре аша иҫкә алды. Балаларына өлгөлө атай, ҡатынына ышаныслы терәк булыуын билдәләне. Балаларына атаһының батырлығы менән ғорурланып үҫеүен теләне.
– Алсаҡ та, баҫалҡы ла, ябай ҙа ауылдашыбыҙ менән хушлашабыҙ. Ул тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне. Ғаиләһенең, туғандарының, ябай кешеләрҙең тыныслығы өсөн ғүмерен бирҙе. Ата-әсәһенә батыр ул үҫтергәне, ҡатынына уға терәк булғаны өсөн рәхмәт белдерәм,– тине ауылдаштар исеменән Ольга Шунина.
Балалар баҡсаһынан алып 9-сы класты тамамлағанса бергә үҫкән Олеся Дауытова Мараттың яуаплы, эшһөйәр булыуы арҡаһында класташтары, дуҫтары араһында абруйлы булыуын билдәләне.
Ябай, аҡыллы, дуҫ-иштәренә тоғро иптәш, ауылдаштарына абруйлы яҡташ, йәш быуынға батырлыҡ өлгөһө булып мәңге хәтерҙә ҡалырһың яугир!
Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Миңнур Шөғәйеп ҡыҙының, ҡатыны Валентина Сергеевнаның, ҡыҙы Викторияның, улы Вадимдың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
2031

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ