Рекламный баннер 990x90px bantop
Ҡыҙыл йылғаһы буйында урындашҡан ауылдарҙың береһе - Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы).
08:31 20.03.2025 16+
Ҡыҙыл йылғаһы буйында урындашҡан ауылдарҙың береһе - Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы).
️Бында тәүҙә ике ара кешеләре - "аймаҡтар" һәм "әлештәр" төпләнгән, тей.
️Ауылды элегерәк Әлеш тип йөрөткәндәр.
️Һарт тигән тағы бер боронғо атамаһы ла бар.
1795 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауыл 46 ихатанан тора, 263 кеше йәшәгән.
️Әбделмәмбәт ауылы халҡы 19-сы быуатта һуғыштарҙа ҡатнашҡан Йәрмөхәмәт Ишкинин, Әбделмәзит Юлымбәтов, 1812 йылғы һуғышта көмөш миҙал менән бүләктәнгән Исламғол Ҡормошев, Әбүбәкер Арыҫланғолов, Кинйәбай Тимеров менән ғорурлана.
️Ә Бөйөк Ватан һуғышында ауылдан 56 кеше ҡатнаша, 32-һе тыныслыҡ өсөн батырҙарса һәләк була.
️Шулай уҡ ауылдан бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан. Шуларҙың береһе - медицина фәндәре докторы, профессор, РФ-ның һаулыҡ һаҡлау отличнигы Тәлғәт Зөлҡәрнәев.
Әбделмәмбәт ауылы Хәлил ауыл биләмәһенә ҡарай.
Фотоларҙа Әбделмәмбәт (Һарт) ауылы күренештәре.

Оставить сообщение: