Рекламный баннер 990x90px bantop
Кисә, йәғни 22 март көнө, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының сираттағы семинар-кәңәшмәһе үтте
06:20 23.03.2025 16+
Кисә, йәғни 22 март көнө, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының сираттағы семинар-кәңәшмәһе үтте.
Яңы Балапан мәктәбе уҡытыусыһы Зәйтүнова Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы коллегаларына таратма материал да әҙерләгән.
Ҡаҙмаш мәктәбе уҡытыусыһы Абдрахманова Гөлназ Рәжәп ҡыҙы һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ эшләүгә ентекле туҡталып китте. Уҡытыусылар менән берлектә практик эш башҡарылды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы имтиханға әҙерлек буйынса үткән семинарҙарҙа сығыш яһаған барлыҡ уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Тел оҫталары инде уҡыусыларға имтиханда уңыштар теләнеләр һәм белемдәрен сифатлы күрһәтергә кәрәклеген билдәләп үттеләр.
#Образование_Абзелил

Оставить сообщение: