Рекламный баннер 990x90px bantop

Ураҙа ахырына яҡынлаша. Һәр мосолманға 30 мартҡа тиклем фитыр саҙаҡаһы биреү фарыз

16:37 27.03.2025 16+
Ураҙа ахырына яҡынлаша. Һәр мосолманға 30 мартҡа тиклем фитыр саҙаҡаһы биреү фарыз.

Фитыр саҙаҡаһын кеше үҙенең атаһына йәки әсәһенә; иренә йәки ҡатынына; олатаһына йәки өләсәһенә; улына, ҡыҙына йәки ейән-ейәнсәргә; хәлле, бай кешеләргә; мосолман булмағандарға; ете йәштән кесе балаларға; психик ауырыулы кешеләргә бирә алмай.

Фитыр саҙаҡаһының күләме күпме?

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты билдә­лә­үенсә, фитыр саҙаҡаһының күләме төп аҙыҡ-түлек (бойҙай, арпа, финик, йөҙөм) хаҡына ҡарап иҫәпләнә.

Быйыл бер кеше өсөн ошолай тәшкил итә:

Аҙ килемле кешеләргә – 200 һум, урта хәлле һәм етеш кешеләргә – 200 һумдан 1100 һумға тиклем.

Фиҙиә саҙаҡаһы

Фиҙиә саҙаҡаһын Рамаҙандың башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла бирергә була. Уны аҡсалата, аҙыҡ-түлек менән дә түләргә була, мохтаж бер кешегә йәки бер нисә кешегә таратырға ла мөмкин.

Фиҙиә саҙаҡаһының күләме бер кешенең бер көнгә туҡланыуынан сығып иҫәпләнә.

Урта хәлле, етеш кешеләргә һәр тотмаған көн өсөн – 400 һум, аҙ килемле кешеләргә – 200 һум.

"Таң" гәзитенән
4731

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ