Рекламный баннер 990x90px bantop

10 апрель көнө Балалар ижады йортонда "Урал аръяғы йәштәре" проекты сиктәрендә башҡорт телендә уҙғарылған парламент дебатында барлығы 8 команда ҡатнашты (

05:39 11.04.2025 16+
10 апрель көнө Балалар ижады йортонда "Урал аръяғы йәштәре" проекты сиктәрендә башҡорт телендә уҙғарылған парламент дебатында барлығы 8 команда ҡатнашты (
Амангилде, Асҡар, Дәүләт, Ташбулат, Хәмит, Таштимер, Әбделмәмбәт, Ишҡол мәктәбе уҡыусылары).

Район хакимиәте социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы командаларға уңышлы сығыш теләне. Йәштәргә рухи яҡтан ныҡлыҡ, яҡты киләсәк, маҡсатҡа ынтылыш кәрәклеген билдәләне.

Парламент дебаты сығыштарын методист Истамбаева Аэлита Сәғит ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы, Әбйәлил районы ҡоролтайы ағзаһы, корреспондент Ниғмәтуллина Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, район китапханаһы методисы Сафина Зөлфиә Афзал ҡыҙы баһаланылар.

Йәрәбә буйынса 25 бала 4 командаға бүленеп, "депутаттар" булып закон сығарҙылар, ҡайһылары законды кире ҡағып, бәхәсләштеләр.Уйын-дебат бик ҡыҙыу барҙы. Ярымфиналға 8 уҡыусы сығып, ике командаға бүленделәр. ( Искәндәр, Элина, Динислам, Яҙгөл, Ләйсән, Рания, Альберт, Зиннур). Артабан тағы ҡыйыу закондар "сығарылды", бер команда ла бирешергә теләмәне. Жюриға 8 уҡыусы араһынан 3 еңеүсене билдәләүе бик ауырға тура килде. Бына улар, аҫыл бөркөттәр: Динислам, Альберт һәм Искәндәр. Улар Әбйәлил районы командаһы исеменән артабан Сибайҙа үтәсәк дебатта ҡатнашасаҡтар.
Ә инде дебатты бик оҫта алып барыусы Дәүләт мәктәбе уҡытыусыһы, директор кәңәшсеһе Хәсәнова Рита Ласын ҡыҙы ҡатнашҡан уҡыусыларға, етәкселәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Еңеүселәргә аҡсалата бүләк, барлыҡ ҡатнашҡан уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙы,һәр командаға тәмле приз (торт) бүләк ителде.
Парламент дебаты әүҙем, рухлы, дәртле йәштәр барлығын дәлилләне. Йәштәр исеменән сығыш яһаған Альберт дебатты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе, бындай сараларҙың бик тә кәрәклеген билдәләп үтте.

#Образование_Абзелил
568

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ