Рекламный баннер 990x90px bantop

Шәйәхмәтов Хәкимйән Шәйәхмәт улы.

13:30 16.04.2025 16+
Шәйәхмәтов Хәкимйән Шәйәхмәт улы.
1910 йылда Әбйәлил районы Салауат ауылында тыуған.
5 июнь 1941 йылда Ҡыҙыл армия сафына алына.
Һуғыш алдынан Хәкимйән Шәйәхмәтов Асҡарҙа ОСОВИАХ-да (хәҙерге ДОСААФ) йәш егеттәрҙе аттарҙа һыбай йөрөтөргә һәм винтовканан атырға өйрәткән.Үҙҙәренең аттары һәм мылтыҡтары менән әле һуғыш башланмаҫ элек, йәмле май айында, райондан утыҙлаған ир –егеттәрҙе хәрби полкка ученияға ебәрәләр.Шул китеүҙән тыуған ауылы Салауатҡа кире әйләнеп ҡайтмай.1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланғас тура һуғышҡа барып инәләр. Һуғыштың тәүге көндәрендә башта хаттары килеп тора. Бер хатында: “Смоленскиға бер айға уҡырға ебәрҙеләр, шунан фронтҡа китәбеҙ”- ,тип яҙа. Һуңғы хаты сентябрь айында килә, башҡаса хәбәр булмай. Ул ауылдан сығып киткәндә ҡатыны Шәмсебәҙәр ауырлы булып ҡала. Улы тыуа, улы атаһын бер ҡасанда күрә алмай .1941 йылдың декабрь айында хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ алалар.
Улы Рафиҡ Шәйәхмәтов бик оҙаҡ йылдар атаһы тураһында мәғлүмәт эҙләй. Мәскәү оборона министрлығына хат яҙа. Подольскиҙағы хәрби архивтан ике йыл үткәс кенә яуап килә. Шәйәхмәтов Хәкимйән Шәйәхмәт улы, тип яҙыла унда,1941 йылдың сентябрь айында әсирлеккә эләгеп , Германияла Нюрнберг ҡалаһында урынлашҡан Шталак лагерында тотҡонлоҡта була. 1944 йылдың 24 декабрендә язалап атыла.
Бөйөк илебеҙҙе фашизмдан азат иткән ата - бабаларыбыҙҙың алдында баш эйеп, уларҙың ҡаһарманлығын онотмайыҡ.

#АбзелиловскийИКИ
#80летВеликойОтечественнойвойне
#Бессмертныйполк
#Памятьпоколений
1655

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ