Рекламный баннер 990x90px bantop
«Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәниәт йорто» конкурсы старт ала!
07:13 16.04.2025 16+
«Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәниәт йорто» конкурсы старт ала!
[club153665096|Башҡортостаным | яңылыҡтар] төркөмөндә республика клубтары араһында «Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәниәт йорто» интернет-конкурсы старт ала. Унда ҡатнашыу өсөн bash.yaniliktar@mail.ru электрон почтаһына мәҙәниәт учреждениеһы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һәм jpeg форматында клубтың фотоһүрәтен ебәрергә кәрәк (хат авторының исем-шәрифен, телефон номерын күрһәтеү мотлаҡ)
Ғаризалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Беренсе урынды яулаусы учреждение гармун менән бүләкләнә. Икенсе һәм өсөнсө урынға сыҡҡан клубтар ҡурай, ҡумыҙ милли музыка ҡоралдары һәм 5-шәр мең һумлыҡ приз менән бүләкләнә. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә үтә. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.
Еңеүселәрҙе «Башинформ» агентлығының төркөмдәренә яҙылыусылар һайлап аласаҡ. Тауыш биреү ике этапта «Өфө йүкәләре» һәм «Башҡортостаным | яңылыҡтар» төркөмөндә 1 майҙан 30 майға тиклем үткәреләсәк.
Конкурс яҙмаһы менән район-ҡала мәҙәниәт бүлектәренә һәм клубтарҙың рәсми төркөмдәренә уртаҡлашыу мотлаҡ.

Оставить сообщение: