Рекламный баннер 990x90px bantop
️ Ҡәбер кәртәһе
12:43 16.04.2025 16+
️ Ҡәбер кәртәһе
Һорау: Мәрхүмдәрҙең яҙыу таҡтаһын һәм кәртәһен алмаштырырға яраймы? Ҡәбер өҫтөнә ултыртылған ағас ныҡ йәйелеп үҫкән, рәшәткәләрҙе емергән, уны ҡырҡырға буламы?
Яуап: Әгәр зыяраттың дөйөм кәртәһе бар икән, һәр ҡәбергә айырым кәртә кәрәкмәй (был – исраф). Кәртәнең тәғәйенләнеше – ҡәбер өҫтөн мал тапамаһын өсөн (зыярат ауыл янында булһа, мәҫәлән), ҡәберҙәрҙе йыртҡыс йәнлектәр соҡомаһын өсөн (зыярат урман янында булһа, мәҫәлән) һәм башҡа шундай донъяуи маҡсаттар. Хәҙер беҙҙә йыш ҡына зыяраттар дөйөм кәртә менән кәртәләнгән була, шуға күрә улар эсендәге ҡәберҙәрҙе айырым өҫтәп кәртәләү кәрәкмәй. Тимер менән дә, таҡта менән дә, таш менән дә.
Әгәр быға тиклем кәртәләгән булғанһығыҙ икән, туғандарығыҙ менән һөйләшеп, аңлашып, кәртәһен кире алығыҙ. Әгәр туғандар менән был һорауҙа килешеп булмағандай хәл икән, кәртәһе ҡалһын, әммә – әгәр туҙһа – уны яңыртырға кәрәкмәй. Таштары туҙһа, ҡамасаулап ятмаһындар өсөн, зыяраттың берәй мөйөшөнә алып барып өйөп ҡуйығыҙ. Йә, әгәр мөмкинселегегеҙ булһа – бөтөнләй алып ҡайтығыҙ йә ҡырға алып сығарып ҡалдырығыҙ. Туҙған штакетниктар менән дә шулай.
Ҡәбер ташын (таҡтаһын) да яңыртырға кәрәкмәй. Ҡыйшайһа йә ҡолап ятһа, төҙәтеп кире урынына ҡуйып китегеҙ. Әммә урынына яңы таш алып килеп ҡуйырға кәрәкмәй. Һәм ҡәбер ташын ҡыйбатлы таштарҙан ҡуймайҙар, ә ябай таштан (йә таҡтанан). Ҡәбер ташын семәрләргә лә, мәрхүмдең фотоһы йә бүтән һүрәттәр менән биҙәргә лә ярамай. Әгәр фото ҡуйып өлгөргән булһағыҙ, ипләп кенә ысҡындырып алып ҡайтығыҙ (шул арҡала туғандар араһында оло низағ һәм дошманлыҡ барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы булмаһа).
Ҡәбер өҫтөндә ниндәйҙер сәскә-фәлән ятһа, уларҙы ла йыйыштырып алып ҡайтығыҙ (уларҙы сүп-сарға ташлауҙа йә яндырыуҙа ҡурҡыныс юҡ). Әммә ҡәбер өҫтөнә сәскә-веноктар һалырға ярамай (гонаһ).
Ҡәбер өҫтөндә йә ҡәбер тирәһендә ятҡан бүтән ҡый, сүп-сар менән дә – шулай уҡ. Уларҙы йыйыштырып, аҙаҡ сүплеккә ташлауҙа йә яндырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ, ин шәә Аллаһ.
Ҡәбер өҫтөндә үҫеп ултырған ағасты ҡырҡырға ярай. Ҡамасаулаһа һәм зыян килтерһә – бигерәк тә.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
"Башҡорттарға – дин!"

Оставить сообщение: