Рекламный баннер 990x90px bantop

Музейҙа Милли кейем көнө

13:14 17.04.2025 16+
Музейҙа Милли кейем көнө

2020 йылдан алып республика башлығы бойороғо менән Башҡортостанда йылына ике тапҡыр- апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә.
Был байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.Милли кейем мили сифатты сағылдырған билдә генә түгел, ә халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә бағырға мөмкинлек бирә.
16 апрель, үткәнде бөгөнгө менән бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ булып торған Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында“Иҙеү - ҡатын-ҡыҙ ҡалҡаны" тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе үтте.
Иҙеү йәки алмиҙеү Әбйәлил районда Бөрйән ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйбере һанала. Борон-борондан ҡатын –ҡыҙ түшен һаҡлауға бик ныҡ иғтибар биргән. Түш өлөшөн ҡаплап торған түшелдерек, селтәр, иҙеү барыһы ла матурлыҡ өсөн генә түгел һаулыҡ өсөн дә ҡулланылған. Төрлө зәхмәттән, насар күҙҙән һаҡлай тип әйткәндәр.
Сараның беренсе өлөшөндә музей етәксеһе Шәүрә Ильяс ҡыҙы иҙеү төрҙәре, тарихы менән таныштырҙы. Сараның икенсе өлөшөндә район, республика күләмендә үҙенең ҡул эштәре менән билдәле булған, республика конкурстары призеры Гәүзәрә Ишбулды ҡыҙы Мөхәмәтйәрова оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Гәүзәрә Ишбулды ҡыҙы үҙенең ҡул эштәренән күргәҙмәлә эшләне. Уҙе теккән күлдәк, камзол, иҙеүҙәрҙе тик боронғо әйберҙәрҙән, музей экспонаттарынан тулыһынса күсереп эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Оҫтабикә сарала ҡатнашыусыларға иҙеү тегеү өсөн ниндәй туҡыма ҡулланыу, төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау, нисек итеп дөрөҫ биҙәү серҙәрен өйрәтте.
Сарала ҡатнашыусылар туҡымаларҙы шаблон буйынса ҡырҡып, нығытып, тегеп ҡуйҙылар,сара аҙағына иҙеүҙең нигеҙен эшләй алдылар. Үҙ эштәренең беренсе емештәрен татыу теләге улар өсөн ҙур этәргес булды. Ҡатын-ҡыҙҙар эш барышында ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙеләр, киләсәктә ҡуллана алырлыҡ белем тупланылар.
Милли кейемгә, уның тарихына ҡарата көндән-көн арта барған ҡыҙыҡһыныу халҡыбыҙҙың киләсәгенә лә яҡты өмөттәр бирә.
Оҫтабикәләрҙе тағыла музейҙа көтөп ҡалабыҙ!
#АбзелиловскийИКМ
#Деньнациональногокостюма
#МузеиРБ
#КультураАбзелил
539

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ