Рекламный баннер 990x90px bantop

Уҡығыҙ һәм таратығыҙ!

21:54 26.04.2025 16+
Уҡығыҙ һәм таратығыҙ!

Батырҙарҙы бахыр тимәгеҙ!

Булыр илдең аңлы уландары
Бер - беренә һәр саҡ батыр! - ти.
Бөлөр илдең аңһыҙ аң(ғы)ралары
Бер - беренә һәр саҡ бахыр! - ти.
(Халыҡ мәҡәленә таянып!)

Батырҙарҙы бахырҙар тимәгеҙ!
Алдамағыҙ берүк халыҡты.
Саф дөрөҫлөк һәр саҡ еңеп сыға
Йәшерһәлә дошман хаҡлыҡты.

Илһөйәрҙәр улар, "глупыш" түгел,
Ышанмағыҙ дошман һүҙенә!
Ерен-һыуын һаҡлап сыҡты улар
Тура ҡарап залим күҙенә.

Батырҙарын яҡлап сыҡты улар
Сөнки рухташ батыр-батырға!
Берҙәмлектә көс! - тө дөрөҫ аңлап
Теләмәне боҫоп ятырға.

Ояһында ҡасып ҡалған эттәр,
Бөгөн бүре булып һаташа.
Ҡурҡаҡлыҡҡа аҡлау табыр өсөн
Ялған яла яғып маташа.

Ғәйеплене эҙләү үҙ арала
Дошмандарҙы ғына яҡлау ул,
Булмағанды булды тейеп һөйләү
Выжданһыҙға ғына аҡлау ул.

Һәр заманда иле, ере өсөн
Күтәрелгән батыр башҡорттар!
Һәр заманда телен, динен һатҡан
Нәфсе өсөн аңһыҙ маңҡорттар.

Килмәк, Аҡай, Кинйә, Салауаттар
Ҡараһаҡал, Алдар, Күсемдәр
Ҡаранайҙар, Бабич, Вәлидиҙәр
Башҡорт өсөн данлы исемдәр.

Бер уйлаһаң күпме аҫыл улдар
Аттарына һалып эйәрен,
Уҡ һаҙағын алып, ҡылыс тағып
Ошо батырҙарға эйәргән.

Ниәттәре һәр саҡ изге булған,
Ғәмәлдәре булған дөрөҫлөк!
Фиҙа ҡылған улар үҙ - үҙәрен
Таралмаҫ тип ерҙә көфөрлөк.

Ошо юлда күптәр йәнен биргән
Күпмеләре һөргөн һөрөлгән,
Бик күптәре илдән сығып киткән
Сит ерҙәрҙә улар күмелгән.

Баш күтәргән өсөн батырҙарҙың
Танау, ҡолаҡтарын ҡырҡҡандар,
Злодей, бунтарь, изменниктар тейеп
Маңлайҙарға мөһөр һуҡҡандар

Йә кемегеҙ аналитик булып
Ғәйеп тағыр берәй батырға?
Провактор йә глупыштар тейеп
Баҙнат итер ауыҙ асырға?

Аҡһаҡалдар ғәйеп эҙләмәгән
Буранбайҙың уҡып хаттарын,
Һөргөндәрҙән килгән әсе хаҡлыҡ
Илатһа ла ауыл ҡарттарын.

Һанап китһәң күпме милләттәштәр
Ошо юлда михнәт күргәндәр.
Хәләлдәре яуға сыҡҡан саҡта,
Ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ түҙгәндәр.

Замананың ысын батырҙары
Тотҡон бөгөн тағы зинданда
Халҡыбыҙҙың рухын һындырырға
Тырышалар әле һаманда.

Ҡара эттең эшен аҡтан эҙләп
Нимә уйлайһығыҙ табырға?
Халыҡ алйот түгел, барһын күрә
Кәрәк быны күптән аңларға.

Майҙандарға халыҡ сыҡан өсөн
Ғорур тора һаман Торатау!
Бөгөн михнәт күргән батырҙарға
Тере һәйкәл Ҡырҡты һәм Ҡуштау!

Ил суверинитеты ла яуланды
Майҙандарҙа йыйып халыҡты.
Батыр ир-егеттәр киҫкен мәлдә
Иғлан итте хатта аслыҡты.

Бөгөн лаф өрөүсе сәүек эттәр
Ни маҡсатта ғауға күтәрә?
Кем көйөнә улар бейеп йөрөй
Кемдең һүҙен өҫкә күтәрә?

Күҙлекһеҙ ҙә яҡшы күренә бит
Ҡай тарафтан елдәр иҫкәне.
Бер үк ғәйеп, бер үк ғәеплеләр
Бер кәмәнең улар елкәне.

Төп асылы булған низағтарҙың
Баш бирмәүе һаман башҡорттоң!
Бай ерҙәрҙең байлыҡтарын һатыу
Хыялында һәр саҡ маңҡорттоң!

Берҙәмлектә көс! - икәнен аңлай
Шуға кәрәк көстө тарҡатыу!
Йә етәкләп маташырға кәрәк,
Шуға кәрәк хөсөт таратыу!

Сәбәп мөһим түгел, ғауға кәрәк
Халыҡыбыҙҙың башын бутарға.
Сүп-сар баҫмаҫ элек баҡсаларҙы
Кәрәк икән ҡыйҙы утарға.

Әйткән һүҙҙәр сәпкә осҡан саҡта
Ҡалҡан булдым атҡан уҡтарға.
Аңлағанға ишара ла етә...
Ошо ерҙә булдым туҡтарға.

Таң алдынан иң ҡараңғы төндәр
Ҡояш сыҡмай болот таралмай!
Сүп сар, бысраҡтарҙы алып киткән
Ташҡын тынмай, йылға таҙармай.

Баймаҡтағы булған ваҡиғалар
Тарихтаҙа мәңге ҡаласаҡ,
Хаҡты яҡлар илдә батыр барҙа,
Башҡорт булды! Бар һәм буласаҡ!
Фәнзил Әхмәтшин. 29 июль 2024 йыл.
925

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ