Рекламный баннер 990x90px bantop
Уйлата
21:24 26.04.2025 16+
Уйлата
Оло Ҡыҙыл буйы туғандарым!
Кесе Ҡыҙыл буйы дуҫтарым!
Ҡазаларҙан ҡурсып, ярҙам һорап
Һонолдолар ҡайнар устарым.
Ҡырҡты ғына түгел, бөтөн Урал,
Урал ғына түгел, Ер шары,
Ҡара көстәр менән көрәшкәндә
Ныҡ тороғоҙ, ауыл ҡарттары!!!
Ҡарттар ғына түгел, йорт усағын
Мәңге тере тотҡан ҡатындар!
Ерҙең аҫтын түгел, өҫтөн биҙәп
Йәшәр өсөн тыуған алтындар.
Бер ауылың түгел, илең менән,
Илең генә түгел, Ер шары
Бизмәндәргә һалып бүленгәндә
Үлсәнерме халыҡ аһ-зары?
Аҡыл түгел, аҡса хәл иткәндә,
Ниңә кәрәк халыҡ аһ-зары.
Ҡырҡты ғына түгел, Урал түгел,
Аҡтарылыр, ахыры, Ер шары.
Оло Ҡыҙыл буйы туғандарым!
Кесе Ҡыҙыл буйы дуҫтарым!
Ҡара көстәр тоҙағына ҡабып,
Ебәрмәйек илдең ҡоттарын.
Ҡара көстәр шайтан утын һибеп,
Шайтан туйын оҫта уйната.
Утҡа майын өҫтәп торғандарҙы
Ниҙәр көтә икән? Уйлата.
Оло Ҡыҙыл буйы туғандарым!
Кесе Ҡыҙыл буйы дуҫтарым!
Ҡазаларҙан ҡурсып, ярҙам һорап
Һонолдолар ҡайнар устарым.
Ҡырҡты ғына түгел, бөтөн Урал,
Урал ғына түгел, Ер шары,
Ҡара көстәр менән көрәшкәндә
Ныҡ тороғоҙ, ауыл ҡарттары!!!
Ҡарттар ғына түгел, йорт усағын
Мәңге тере тотҡан ҡатындар!
Ерҙең аҫтын түгел, өҫтөн биҙәп
Йәшәр өсөн тыуған алтындар.
Бер ауылың түгел, илең менән,
Илең генә түгел, Ер шары
Бизмәндәргә һалып бүленгәндә
Үлсәнерме халыҡ аһ-зары?
Аҡыл түгел, аҡса хәл иткәндә,
Ниңә кәрәк халыҡ аһ-зары.
Ҡырҡты ғына түгел, Урал түгел,
Аҡтарылыр, ахыры, Ер шары.
Оло Ҡыҙыл буйы туғандарым!
Кесе Ҡыҙыл буйы дуҫтарым!
Ҡара көстәр тоҙағына ҡабып,
Ебәрмәйек илдең ҡоттарын.
Ҡара көстәр шайтан утын һибеп,
Шайтан туйын оҫта уйната.
Утҡа майын өҫтәп торғандарҙы
Ниҙәр көтә икән? Уйлата.
Оставить сообщение: