Рекламный баннер 990x90px bantop

Үткән аҙнала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре "Юл ҡағиҙәләре әлифба"һы спектакле менән район буйлап гастролдәрҙә йөрөп ҡайттылар!

10:13 28.04.2025 16+
Үткән аҙнала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре "Юл ҡағиҙәләре әлифба"һы спектакле менән район буйлап гастролдәрҙә йөрөп ҡайттылар!

Драматург Әминә Яхинаның пьесаһы буйынса, билдәле режиссер Юлдаш Юлдыбаев ҡуйған спектакль яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ темаларын үҙ эсенә алған. Спектаклдең төп идеяһы – бәләкәй тамашасыларға юл ҡағиҙәләрен үтәүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтеү.

Чебурашка, Крокодил Гена, Дядя Стёпа һәм Шапокляк кеүек яратҡан персонаждар менән осрашып, йәш тамашасылар юлда һәм юлдан ситтә үҙҙәрен нисек тоторға өйрәнделәр. Балаларҙы юл буйында уйнау ғүмер өсөн хәүефле булыуы тураһында иҫкәрттеләр, күңелле рәүештә юл билдәләре менән таныштырҙылар. Тамашаның тағы бер идеяһы – башҡорт телен популярлаштырыу.

Был спектакль тамашасылары бик күп ыңғай хис-тойғолар һәм яҡшы кәйеф заряды алып ҡайтып киттеләр!
#Абзелиловскийрайон
1200

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ