Рекламный баннер 990x90px bantop
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы Әбйәлил районы мәғариф бүлеге коллективы “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына әүҙем ҡушылды
18:17 29.04.2025 16+
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы Әбйәлил районы мәғариф бүлеге коллективы “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына әүҙем ҡушылды.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның әҫәренән “Беҙ- һуғыш балалары” тип исемләнгән текст яҙҙыҡ.
Үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡараусылар ҡатнашыусы сертификаты менән бүләкләнделәр.
Бындай акциялар халыҡты берләштерә, туплай, һәр кемгә башҡорт телен ниндәй кимәлдә белеүен тикшереп ҡарарға мөмкинселек бирә.
Текстарҙың йөкмәткеһе Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналды. Артабан да был акцияның осҡоно һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
#Образование_Абзелил

Оставить сообщение: