Рекламный баннер 990x90px bantop
Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ
16:49 01.05.2025 16+
Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ
ЕР ҺАТЫУҒА ҠАРАТА
Ҡайҙа баҡма — алыш-биреш китте,
Ҡайҙа баҫма — китте ер һатыу;
Ер һәм ирек өсөн башын һалған
Батырҙарҙың рухын кәмһетеү.
Ерҙе һатыу — ҡанун пәрҙәһенә
Ышыҡланып ҡылған енәйәт.
Етмәгәнме шул арҡала илгә
Элек килеп тулған ете ят?
Ер бит түгел әҙәм балаһының
Юҡтан хасил иткән үҙ милке!
Бетеүлек тә тупраҡ ҡалмаҫ тимә,
Йәшәй бирһәк шулай бер килке.
Ерен һатҡан бәндә — көнэлгәре
Үҙ ҡәберен һатҡан әҙәм ул.
Ундай мөртәттәргә был донъяла
"Кеше" тигән исем әрәм ул.
2013. Һайланма әҫәрҙәр. 1 том.
ЕР ҺАТЫУҒА ҠАРАТА
Ҡайҙа баҡма — алыш-биреш китте,
Ҡайҙа баҫма — китте ер һатыу;
Ер һәм ирек өсөн башын һалған
Батырҙарҙың рухын кәмһетеү.
Ерҙе һатыу — ҡанун пәрҙәһенә
Ышыҡланып ҡылған енәйәт.
Етмәгәнме шул арҡала илгә
Элек килеп тулған ете ят?
Ер бит түгел әҙәм балаһының
Юҡтан хасил иткән үҙ милке!
Бетеүлек тә тупраҡ ҡалмаҫ тимә,
Йәшәй бирһәк шулай бер килке.
Ерен һатҡан бәндә — көнэлгәре
Үҙ ҡәберен һатҡан әҙәм ул.
Ундай мөртәттәргә был донъяла
"Кеше" тигән исем әрәм ул.
2013. Һайланма әҫәрҙәр. 1 том.
Оставить сообщение: