Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған тантана мәктәп алдындағы майҙансыҡтан старт алды

20:15 09.05.2025 16+
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған тантана мәктәп алдындағы майҙансыҡтан старт алды.
Салт аяҙ, ҡояшлы байрам иртәһе олоһон- кесеһен бер ергә туплап, яуыз фашистарҙан, ҡоллоҡтан ҡурсалаусы атай-олатайҙарыбыҙға, еңеүҙе яҡынайтыуҙа бар көсөн һалған һуғыш осоро балаларына, тыл ветерандарына тыныс тормошобоҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерергә, уларҙы иҫкә алырға форсат бирҙе. Сараның рәсми өлөшөнән һуң, мәктәп уҡыусылары,, Еңеү яҙы" вальсына төштө. Уларға башҡа ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар, ата-әсәләр ҡушылдылар.
Артабан,, Үлемһеҙ полк " парады иғлан ителде һәм халыҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының портреттарын тотоп, обелискка табан ағылды. Яуҙа ғүмерҙәре ҡыйылған, арабыҙҙан мәңгелеккә киткән ата-бабаларыбыҙҙы-һуғыш ветерандарын 1 минут тын ҡалып иҫкә алғас, һәйкәл алдына тере сәскәләр һалынды.
Сара мәҙәниәт йортонда байрам концерты менән тамамланды.

#НавигаторыДетства
#оВеликойПобедеНД
#НавигаторыДетстваРБ
#Росдетцентр
608

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ