Рекламный баннер 990x90px bantop

Башҡортостан беҙҙең изге төйәк,

16:55 10.05.2025 16+
Башҡортостан беҙҙең изге төйәк,
Барлыҡ милләт һиңә һыйынған,
Суҡынмаған үҙ диненән сығып,
Дине, ере өсөн ҡан ҡойған.

Күп быуаттар буйы йәшәп килә,
Башҡортостан тигән илкәйем.
Әүәлгәсә һине һаҡлар өсөн,
Язалана һинең ирҙәрең.

Шишмәләрҙән сыҡҡан һыуың тәмле,
Урманың бай емеш- еләккә,
Ҡоштарыңдың моңло тауыштары,
Үтеп инә беҙҙең йөрәккә.

Аллаһ биргән ошо хозурлыҡҡа,
Һоҡланып та ҡарап туймаҫлыҡ,
Йә, Аллаһым бирмә илгә ҡайғы,
Иңдәребеҙ күтәрә алмаҫлыҡ.

Айырмасы беҙҙе еребеҙҙән,
Дингә күндер барлыҡ халҡымды,
Тик Һиндә бит беҙҙең өмөтөбеҙ
Хәйерле ҡыл беҙҙең яҙмышты.

Арабыҙҙа бик күп һатлыҡ- йәндәр,
Илен динен һатҡан юнһеҙҙәр,
Аҡса өсөн үҙ ерҙәрен һатып,
Динен алмаштырған мәхлүктәр.

Күп быуаттар буйы йәшәп килә,
Башҡортостан тигән илкәйем,
Тыуған ерем мәңге йәшәһен, тип,
Доға аша әйҙә теләйек.

Йә, Аллаһым һаҡла еребеҙҙе,
Изге башҡорт рухын һүндермә,
Беҙҙән ҡалдыр динле балаларҙы,
Тыныслыҡ бир ғәзиз илемә.

Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина).
2421

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ