Рекламный баннер 990x90px bantop
Салауат та совхоз тигәндәре
09:12 15.05.2025 16+
Салауат та совхоз тигәндәре
«Ҡыҙыл башы» халыҡ телендә.
Бына тағы бәлә килеп баҫты!
Был ни ғиллә башҡорт илендә?!
Баҫҡынсылар баҫты юрматыны,
Бөгөнгө көн һынай тамьянды.
Гөжгөйҙәрме гүйә ҡорт иләүен,
Көҫәйҙәрме ҡандар тамғанды?!
Салауат та совхоз ерҙәрендә
Баҡыр ятҡылығын тапҡандар,
Мәғдәненә ҡуша Ҡыҙыл башын
Урман-уты менән һатҡандар!
Оло Ҡыҙыл Кесе Ҡыҙыл менән,
Ҡосағына алып Ҡырҡтыны,
Саф һыуҙары менән һуғаралар,
Ҡурылмаһын өсөн Ер тыны.
Тотош ҡәүемдәрҙе юҡ итергә,
Эсәр һыуҙарынан яҙҙырып,
Нимә уйлаған һуң иҫәр баштар,
Ҡәүеменә ҡәбер ҡаҙҙырып?!
Ошо ерҙә мәрхүм әсәйемдең
Һаҡланғандыр үҫмер эҙҙәре,
Һуғыш мәле колхоз малына тип,
Бесән сабып, тамған тирҙәре...
Беҙ, тереләр, әгәр риза булһаҡ
Эсер өсөн карьер ҡалдығын,
Әсәм йәштәштәре ҡәберенән ҡубып,
Ҡаршы торор, тотоп салғыһын.
Һәм әйтерҙәр:»Иңгә-иң ҡуйығыҙ,
Яҡын ебәрмәгеҙ хәсисте!!!
Үҙ ерендә хужа була алмағас,
Нимә өсөн еңдек фашисты?!»
Оло Ҡыҙыл әгәр үле Ҡыҙыл
Теләмәһәң булып ҡалғанын.
Көтөп ятмағыҙсы ағыулы һыу
Алҡымдарҙан килеп алғанын!!!
Ағыумы ул, таҙа эсәр һыумы,
Олигархың уға төкөрҙө!
Ҡаршы сығып, башын һалғандарҙы
Башҡорт иле элек күп күрҙе.
Ҡырҡҡыланһа Ҡырҡты, юҡҡа сыҡты,
Бөттө-китте беҙҙең йәшәйеш!!!
Хәҡиҡәтте иҫбат итер өсөн
Кәрәкме ни һуғыш, йәмшәйеш?!,
Яҡташтарың әйтер һүҙе менән
Ҡыҙылыңдың ҡыҙы өндәшә:
Ҡырҡҡыларға, Ҡырҡтым, беҙ бирмәбеҙ,
Ҡуштау кеүек ныҡ тор, мең йәшә!!!
Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.
«Ҡыҙыл башы» халыҡ телендә.
Бына тағы бәлә килеп баҫты!
Был ни ғиллә башҡорт илендә?!
Баҫҡынсылар баҫты юрматыны,
Бөгөнгө көн һынай тамьянды.
Гөжгөйҙәрме гүйә ҡорт иләүен,
Көҫәйҙәрме ҡандар тамғанды?!
Салауат та совхоз ерҙәрендә
Баҡыр ятҡылығын тапҡандар,
Мәғдәненә ҡуша Ҡыҙыл башын
Урман-уты менән һатҡандар!
Оло Ҡыҙыл Кесе Ҡыҙыл менән,
Ҡосағына алып Ҡырҡтыны,
Саф һыуҙары менән һуғаралар,
Ҡурылмаһын өсөн Ер тыны.
Тотош ҡәүемдәрҙе юҡ итергә,
Эсәр һыуҙарынан яҙҙырып,
Нимә уйлаған һуң иҫәр баштар,
Ҡәүеменә ҡәбер ҡаҙҙырып?!
Ошо ерҙә мәрхүм әсәйемдең
Һаҡланғандыр үҫмер эҙҙәре,
Һуғыш мәле колхоз малына тип,
Бесән сабып, тамған тирҙәре...
Беҙ, тереләр, әгәр риза булһаҡ
Эсер өсөн карьер ҡалдығын,
Әсәм йәштәштәре ҡәберенән ҡубып,
Ҡаршы торор, тотоп салғыһын.
Һәм әйтерҙәр:»Иңгә-иң ҡуйығыҙ,
Яҡын ебәрмәгеҙ хәсисте!!!
Үҙ ерендә хужа була алмағас,
Нимә өсөн еңдек фашисты?!»
Оло Ҡыҙыл әгәр үле Ҡыҙыл
Теләмәһәң булып ҡалғанын.
Көтөп ятмағыҙсы ағыулы һыу
Алҡымдарҙан килеп алғанын!!!
Ағыумы ул, таҙа эсәр һыумы,
Олигархың уға төкөрҙө!
Ҡаршы сығып, башын һалғандарҙы
Башҡорт иле элек күп күрҙе.
Ҡырҡҡыланһа Ҡырҡты, юҡҡа сыҡты,
Бөттө-китте беҙҙең йәшәйеш!!!
Хәҡиҡәтте иҫбат итер өсөн
Кәрәкме ни һуғыш, йәмшәйеш?!,
Яҡташтарың әйтер һүҙе менән
Ҡыҙылыңдың ҡыҙы өндәшә:
Ҡырҡҡыларға, Ҡырҡтым, беҙ бирмәбеҙ,
Ҡуштау кеүек ныҡ тор, мең йәшә!!!
Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.
Оставить сообщение: