Рекламный баннер 990x90px bantop

Аһылай ауылы ир-уҙаманы Шатморат Хәкимйән улы Шакировты һуңғы юлға оҙаттылар

14:17 23.05.2025 16+
Аһылай ауылы ир-уҙаманы Шатморат Хәкимйән улы Шакировты һуңғы юлға оҙаттылар. Яугир ошо ауылда 1972 йылда донъяға килгән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан Шайморатов колхозында эш башлай. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Ҡатыны Ләйсән Марат ҡыҙына тоғро иптәш, балаларына яҡшы атай була.
Яугир 2025 йылдың март айында үҙ теләге менән МХО-ға юллана. Ҡыҙғанысҡа, 25 апрелдә яугир хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, Герой!
1316

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ