Рекламный баннер 990x90px bantop

Мөнир дуҫым бик етди тауыш менән ватсабыңды уҡы әле тип шылтыратыуына һиҫкәнеп киттем

17:39 07.10.2023 16+
Мөнир дуҫым бик етди тауыш менән ватсабыңды уҡы әле тип шылтыратыуына һиҫкәнеп киттем.

Унда: "Парень мой погиб. Ты репортаж делал. Молодой. Красавец мой. Командир броне группы. "Шатай". Умница. Батыр башкорт егете..."

Рота командиры "Боцман"дан килгән был ауыр, ҡот осҡос хәбәр. Күҙҙәрҙән йәш бәреп сыҡты. Мөнир менән махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда ошо егеттәр менән осрашҡайныҡ. Улар беҙҙең өсөн туғандарға әйләнде тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Һәр яугирҙың яҙмышы өсөн борсолмаған көн юҡтыр хәҙер. Дуҫым улар тураһында очерк та яҙып сыҡты, ошо көндәрҙә китабы ла донъя күргәйне. Шул юлъяҙманан өҙөк.

Мунир Кунафин:

"...Егеттәрҙең көр тауышын ишетеп блиндаждан өҫкә сығабыҙ. Әбйәлил егеттәре килгән икән. Дозорҙа, йәғни күҙәтеү нөктәһендә торғандар. Командир тиҙ арала беҙҙең менән аралашырға рөхсәт биргән. Башҡалар алыштырғас, йүгереп килеп тә еткәндәр. Ҡосаҡлашабыҙ. “Боцман”, яугиргә төртөп күрһәтеп, “Оскар”, хәрби шарттарҙа һарыҡты нисә минутта тунайһың әле, тип һорай, үҙе кинәнеп көлә. Тегенеһе миңә ҡарап:

– Мин, ағай, һарыҡты 7 минут та 26 секундта һуйып, тунап, ҡаҙанға һалам, – ти, үҙе шундай шат. Һомғол кәүҙәле ҡап-ҡара ҡашлы сибәр йөҙлө егет. Бала-саға инде. Ауыҙ-мороно ҡапланған саҡта, ҡыҙмы икән әллә был, тип торҙом. Йылмайыуы яҙғы ҡояш кеүек. Ә ул ана ниндәй! Әлеге хәбәренә бөтөнләй йығылып китә яҙам, үҙемә рәхәт. Барыһы ла тәбиғи, барыһы ла ап-асыҡ. Үтә күренмәле ябайлыҡ, таҙалыҡ. Һеҙ нимә, һуғышта йөрөйһөгөҙмө, әллә һуғым байрамындамы!? Уларҙың ошо ихласлығына эйәреп, күркәләнеп үҙемдең дә һуғышҡа сығып киткем килә, хатта. Симонов яҙғанса, улар шат күңелле, аяуһыҙ алыш барған көндәрҙә һуғышты оноттора алған бер генә минут булыуына ла ҡыуана ине. Шул ҡыуаныс уртаһында беҙ ҙә бар, беҙ ҙә бәхетле.

“Оскар” апрелдә генә килгән. Уға һис кенә лә егерме биш йәш бирмәҫһең. Ҡаҙағстанда, Новокузнецк, Новотроицк ҡалаларында ташсы оҫта булып, утҡа бирешмәҫ (Огнеупорный) мейестәр һалып, командировкаларҙа йөрөгән. Әрме хеҙмәтендә лә булырға өлгөргән.

“Шатай” - Илмир шулай уҡ Әбйәлилдән. Торғаны менән атаҡлы герой Таһир Кусимовтың үҙе инде, кәүҙә тотошо, ыласын ҡарашы, ташып торған дәрт-дарманы менән дә. Был ротала ул йылдан ашыу. Уны барыһы ла хөрмәт итә, ныҡлы ышана.

“Оскар” менән “Шатай” яҡташтар ғына түгел, яҡын дуҫтар ҙа. Улар менән мин кинәнеп аралаштым. Һәм аҫыл егеттәр һөйләгән хәбәрҙәрҙең бер генә һүҙен дә үҙгәртмәй бирәм. Бына ҡайҙа ул дуҫлыҡ, бына ҡайҙа ул башҡорттарға ғына хас ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен күргәс, был сәфәрем юҡҡа ғына түгел, ошо саф йөрәктәрҙе күрер өсөн генә булһа ла килергә кәрәк булған бит, тип ҡуям.

“Оскар”: “Бер мәл уйлап ултырҙым да, егеттәргә ярҙам кәрәк, тип сығып киттем. Күрше ауылда йәшәгән Илмир дуҫым бында, уны юҡһынып йөрөнөм дә. Һәләк булһа, нисек кисерермен, тип уйлайым, янында булғы килде”.

“Шатай”: “Өләсәһе беҙҙең ауылдан, үҫмер саҡтан уҡ бергә уйнап, бергә йөрөп үҫтек. “Оскар” алдан уҡ “киләм” тип хәбәр ебәрә ине. Сабыйың бар бит, юҡты һөйләмә әле, тип биҙҙереп ҡарағайным да. Кәләшең бар, уны уйла, тип әйтеп ҡараным”...

– Ҡыйын, ҡурҡыныс булған өсөн шулай тинеңме? – тип бүлдерәм.

“Шатай”: “Юҡ, ҡыйынлыҡтан түгел. Күпте күрелде... Иллегә – илле, әллә иҫән ҡайтаһың, әллә юҡ. Яҡын дуҫтарҙы юғалттыҡ. Уның кәләшен дә беләм, беҙ бер йылғы. Бер-бер хәл булһа, Аллам һаҡлаһын, кәләшенә нимә тип әйтәм инде, сабыйына үҫкәс нисек аңлатаһың... Бик ҡәҙерле кешеләр улар миңә. Төрлөһөн уйлайһың бит инде. Киләм дә киләм, тигәс, үҙем ҡаршы алып, эргәмдә булһын, тип бында тартып алдым инде”.

“Оскар”: “Мин килеп төшкәндә штабта көтөп ултыра ине. Уны күргәс рәхә-әт булып китте”.

“Шатай”: “Берәйһе алып китеп бармаһын, тип командир менән таң һарыһынан барып ултырҙыҡ штабҡа. Шулай көтөп, барып алдым үҙен. Бер палаткала йәшәйбеҙ, бер ҡаҙандан, бер тәрилкәнән ашайбыҙ, бер көрөшкәнән эсәбеҙ”.

“Оскар”: “Бер-беребеҙҙе ҡарап йөрөргә тырышабыҙ. Илмирҙың тәжрибәһе лә ҙур, абруйы ла хәтәр, ныҡлы уға таянам”.

Илмирҙың үҙенең кәләше юҡ әле, көткән ҡыҙы бар. Атаһы, үгәй әсәһе, һеңлеләре, ҡустылары көтә. Ул ысын ҡаһарман. Ергә ныҡ баҫып тора, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Тауышында ла ниндәйҙер ут сатҡылары сәсрәп киткән төҫлө. Һәр һүҙен белеп, аңлап һөйләй”.

“Шатай”: “Мин махсус операция биләмәһенә юлланғанды бер кемгә лә әйтмәнем. Тундраға, эшкә, тип сығып киттем. Ярты йылға вахтаға, унда бер ниндәй бәйләнеш юҡ, тинем. Бер нисә айҙан өйҙәгеләр фото-фәләндәрҙе күреп ҡалып, битлектә булһам да танып, һин шунда йөрөп ятаһың да, тип яҙа башланылар. Ишеү 19 август бәләкәй һеңлемдең туйы булды, үҙем ҡатнаша алмағас, видеобәйләнеш аша сығып ҡотлағайным, илаштылар инде. Ике туған ағай икенсе чечен болғанышында булғас, бындағы ҡанҡойошто аңлайҙар, шуға бик борсолалар. Яҙып торам, көн дә шылтыратам. Бер генә көн юғалһам да эҙләй башлайҙар. Отпускыға ҡайтып килдем, бөтәһе лә һәйбәт.

Отпуск мәлендә балалар бындағы хәлде белергә, беҙ кемгә ҡаршы һуғышҡанды аңларға тейеш, тип уйланым да, хакимиәткә үҙ теләгем менән хат яҙып, мәктәптәргә осрашыуға йөрөнөм. Йәнгел, Таштау, Буранғолда булдым. Баймаҡта атайымдың тыуған ауылына инеп сыҡтым”.

– Балалар нимә менән ҡыҙыҡһына бигерәк тә? – һорау ҡыҫтырам.

“Шатай”: “Нимә ашайһығыҙ?”, “Ҡайҙа йоҡлайһығыҙ?”, “Әсиргә күп алаһығыҙмы?”... “Кеше үлтергәнең бармы?“ – тип һораны береһе. Өндәшмәнем. Балаға ни тип яуап бирергә белмәнем. Илашып та, көлөшөп тә алдыҡ инде былай. Ихлас инде барыһы ла. Тағы ла килегеҙ, тип ҡалдылар. Еңеп ҡайтҡас, мотлаҡ барырмын инде. Бөйөк Ватан һуғышынан беҙҙең ата-бабалар еңеп ҡайтҡанда һабантуйҙар үткәреп, йырлап-бейешеп ҡаршы алғандар, быныһы ла шулай булһын”.

“Оскар”: “Бында беҙ ябай ғына ҡиммәттәрҙең дә ҡәҙерен белергә өйрәндек. Йотом һыуҙың, һыныҡ икмәктең, ҡоро кейемдең, рухыңды күтәрерҙәй йылы һүҙҙең... Көслө атыштар мәлендә аш һәм кейем менән автомобилдәр килеп етә алмағанда плащ-палатканан ямғыр һыуы йыйып, үҙ-ара бүлешеп эскән мәлдәр онотолмай. Ул бик ҡәҙерле...”

Ошо ике дуҫтың һөйләгәнен бер ҡулым менән яҙып ултырам, икенсе усым менән йәшле күҙемде һыйпайым, үҙемә нисектер рәхәт тә, бер аҙ борсоулы ла – иҫән генә урап ҡайтһындар Шайморатов, Күсимов тоҡомдары..."

Ә бөгөн ике ҡулым менән битемде ҡаплап илайым. Братишка, ысын батыр һәм тоғро дуҫ, илен, туғандарын үлеп яратҡан ысын кеше, тыныс йоҡла. Даның мәңгелек! Еңеү килер, йырлашыр-бейешербеҙ... Унда һинең дә тиңһеҙ өлөшөң бар икәнен беҙ беләбеҙ, беҙ иҫләрбеҙ, брат "Шатай".

Ринат Культуманов

Азат Бадранов

Айдар Шаяхметов

Эдуард Кускарбек

2372

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ