Рекламный баннер 990x90px bantop

Бер бер артлы килә йөк 200

21:36 31.05.2025 16+
Бер бер артлы килә йөк 200..
Бер бер арты хәбәр ҡайғылы..
Һыҡрап илай йөрәк, ауыр хәбәр
Кемдәр аңлар беҙҙең ах - зарҙы?? .
Яңы ғына янда йөрөгәндәр,
Яңы ғына бергә гәпләшкән,
Ҡара табуттар ҙа ҡайтып килә,
Яңы ғына, бына, һөйләшкән...
Йөрәк Яна, йөрәк уттай яна..
Күҙҙән аға йәштәр туҡтауһыҙ..
Яңы ғына янда йөрөй ине,
Йөк 200... Һуғыш аяуһыҙ...
Ниңә генә тыңламайса киттең,
Үҙ ҡулдарын ҡуйҙы тамғаны!
Яу ҡырына инеп өлгөрҙөңме?
Асып инсе үҙең ҡапҡаны!!!
Эй хоҙайым, ниндәй ир егеттәр,
Яу ҡырында башын һалалар..
Өйҙәгеләр көтә, өмөт итә,
Тик... 200 булып ҡайталар...
Күҙҙән тама йәштәр, йөрәк һыҡрай,
Юғалтыуы ауыр туғанды..
Бер кем аңлай алмаҫ ҡайғы өтә,
Баҫа алмай һис кем ҡайғыны...

С. Фирҙәүс В
30.01.2025
3409

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ