Рекламный баннер 990x90px bantop
Бәхил бул, яугир!
21:05 02.06.2025 16+
Бәхил бул, яугир!
"Башҡортостан егеттәре" йыры махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең рухи гимнына әүерелде. Уны Ватан һаҡсыларыбыҙ ғына түгел, ә барыһы ла йырлай. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған һәр сара ошо йыр оҙатыуында үтә.
Был йырҙың авторы һәм башҡарыусыһы Артур Альберт улы Ғәҙелшин МХО-ла батырҙарса һәләк булды.
Бетерә ауылында тыуып үҫкән Артур асыҡ, йор һүҙле, шәп егет ине. Яу ҡырында ла ул йырҙар яҙыуын итте. Артур Ғәҙелшин беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлап, батырҙарса һәләк булды. Яугирҙең ата-әсәһе Сәрүәр Сәлим ҡыҙы һәм Альберт Шәриф улының, яҡындарының, ауылдаштарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. "Айджи" позывнойлы батыр яугир Артур Ғәҙелшин тураһында яҡты хәтер күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр!" - тип яҙған район башлығы Азамат Иҙрисов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Оставить сообщение: