Рекламный баннер 990x90px bantop

25 октябрь, 19.00 сәғ. /Асҡар

17:52 13.10.2023 16+
25 октябрь, 19.00 сәғ. /Асҡар, Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә

А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма

“Фронтовичка” драмаһын (Анна Батурина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев) , 12+ ҡарарға саҡыра.

Билеттар мәҙәниәт йорто кассаһында һәм театр сайтында һатыла:

https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/14134708/

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

89193270865

ТЕАТР – МӨҒЖИЗӘ ИЛЕ

Спектакль бер көндә тыумай. Иң тәүҙә пьеса кәрәк, артабан ролдәр бүленә, репетициялар башлана, декорация, костюмдар һәм башҡаһы. Тәү ҡарамаҡҡа ваҡ тойолған һәр деталь мөһим. Әле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ошондай хәстәр менән йәшәй. Билдәле режиссер Илсур Юлай улы ҠАҘАҠБАЕВ Анна Батуринаның “Фронтовичка” пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Эш барышы тураһында һорашып, уға мөрәжәғәт иттек:

Сибай ҡалаһында был тәүге эшем түгел, үҙ театрымдан (Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театры) ситтә ҡуйған тәүге спектаклем дә ошо драма театрында булды. Һөнәрем буйынса мин актер һәм режиссер, Мәскәүҙә “Михаил Семенович Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институт)”ын һәм ГИТИС-ты тамамланым. Һәр бер театр үҙенсәлекле, баш ҡаланан килдең дә үҙенән-үҙе сәхнәлә матур ғына спектакль барлыҡҡ килде, тип уйларға ярамай, гел төрлөсә була, берәй эш бик еңел сығырға мөмкин, икенсеһе, шул уҡ театрҙа булған хәлдә лә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, ҡатмарлыраҡ, ҡыйыныраҡ сығыуы ихтимал. Был ваҡытына, ниндәйҙер эске торошҡа, йә булмаһа, күктәге канцелярия ихтыярына ла бәйлелер. Әммә бөтә ерҙә лә ваҡиғаларҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге бар – был бик мөһим. Күпселеге урындағы даими эшләгән кешеләрҙән тора. Башҡортостандың Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибайҙың ике театрында ла спектаклдәр ҡуйҙым, шулай уҡ Татарстан театрҙарында, Архангельск ҡалаһында, Бүрәт, Тыва республикаларында, Ҡалмыҡстанда, Ҡаҙағстанда ла эшләнем. Күптән түгел Мәскәү өлкәһенән саҡырыу алдым. Был эштәремде ҙур теләк менән башҡарам, сөнки үҙ театрымда сират, репертуар сәйәсәте бар, теләгән һәр әйберҙе ҡуйып булмай, икенсе театрҙарҙа бындай мөмкинселек күберәк. Актерҙарға килгәндә, ҡайһы бер спектаклдәрҙе нәҡ ошо театр артистары өсөн генә тәғәйенләп ҡуйған осраҡтар ҙа була. Миңә ҡалһа, был дөрөҫлөккә тап килә. Актерҙарҙың эше күп осраҡта режиссерға бәйле тиһәләр ҙә, беҙ ҙә уларға бәйлебеҙ. Бында килерҙән алда Сибай театрына бер нисә материалымды тәҡдим иттем, театр тарафынан да тәҡдимдәр булды һәм әлеге пьесаға туҡталдыҡ. Заманса яҙылған был әҫәр һуғыштан һуңғы ваҡиғалар тураһында, әммә ул баштан аҙағынаса һуғыш һәм һуғыштың кешеләргә булған йоғонтоһон күрһәтә. Һуғыш кешеләр хәтеренән сыҡмай, улар йәшәүҙәренең һуңғы көндәренә тиклем шул осорҙағы хистәрҙе кисерәләр. Был спектакль Небылица фамилиялы фронтовичканың миҫалында бик күп кешеләрҙең яҙмыштарын күрһәтә. Бөгөн ошондай әҫәрҙе сығарыу кәрәк, сөнки ул тәү сиратта тормошто яратырға, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтә, ул татыу, тыныс тормош яҡлы.

Спектакль, ғәҙәттә, тамашасылар залға инеп ултырғас, улар менән бергә тыуа, актерҙар сәхнәлә үҙҙәрен икенсе төрлө тоя башлай, сөнки тамашасы үҙенең энергетикаһы, көсө менән килә. Ана шул ике көстөң алмашыныуы, уҡмашыуы спектаклде тыуҙыра.

Тамашасыларға театрға йышыраҡ йөрөүҙәрен теләйем. Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм, тере спектаклдәргә ҡарағанда, телевизорҙан күрһәтелгән бик күп тапшырыуҙар, сериалдар түбән, насар сифатлы. Элекке кинолар, тапшырыуҙар сағыштырмаса күпкә отошлораҡ ине. Хәҙер театр үҙе лә күпкә алға китте. Тик театрҙа ғына шундай мөғжизә бар: бында һинең алдыңда тамаша тыуа һәм ул башҡаса шул килеш бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәби-драматургик бүлек етәксеһе.

1377

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ