Рекламный баннер 990x90px bantop

14 октябрь Әбйәлил районының Салауат ауылында Ихсан асығы тип аталған урында Республика көнөнә арналған "Бейеш батыр" исемле милли йәйәнән уҡ атыу ярышы үтте. Мәргәнлектә көс һынашырға Әбйәлил,Бөрйән,Баймаҡ,Учалы,Ауырғазы,Мәләуез Өфө райондарынан,Сибай

17:46 16.10.2023 16+
14 октябрь Әбйәлил районының Салауат ауылында Ихсан асығы тип аталған урында Республика көнөнә арналған "Бейеш батыр" исемле милли йәйәнән уҡ атыу ярышы үтте. Мәргәнлектә көс һынашырға Әбйәлил,Бөрйән,Баймаҡ,Учалы,Ауырғазы,Мәләуез Өфө райондарынан,Сибай,Өфө ҡалаһынан ҡырҡҡа яҡын уҡсы йыйылды. Ярыш ҡағиҙәләре буйынса уҡсылар беренсе этап итеп ун ике "аҡ ҡуянҡайҙар"ға атып мәрәй йыйҙылар. Икенсе этап итеп 93 метрға атыу алынды. Ватан һуғышында башҡорт яугиры тап шундай алыҫлыҡҡа атып француздарҙы шаҡ ҡатырған. Өсөнсө этап башҡорт ҡобайырынан алынған этап "Тере һыу" тип аталды. Был этаптың үҙенсәлектәре буйынса кем сәптең аҫҡы яғына эләктерә мәрәйҙәре минусҡа китә һәм ярыштан төшөп ҡалыуы бар. Көсөргәнешле барған ярышта йәш быуын егеттәр араһында:

1 урын - Әхмәтйәнов Батыр,Әбйәлил районы;

2 урын - Гайсин Батырхан,Ауырғазы районы;

3 урын - Аҡмурзин Линар,Әбйәлил районы.

ҡыҙҙар араһында:

1 урын - Шәйәхмәтова Ләйлә,Әбйәлил районы;

2 урын - Ялмурзина Айзилә,Әбйәлил районы;

3 урын - Шагимарданова Мәликә,Әбйәлил районы.

Яңы уҡ ата башлаған ҡатын - ҡыҙҙар араһында:

1 урын - Йәһуҙина Лена,Әбйәлил районы.

2 урын - Ғарифуллина Ильсиә,Әбйәлил/Өфө районы

3 урын - Әбдрәшитова Гөлдәр,Бөрйән районы.

Ир - егеттәр араһында:

1 урын - Ғайсин Фаим,Мәләуез районы;

2 урын - Баһаутдинов Хөрмәт,Сибай ҡалаһы;

3 урын - Әбдрәшитов Альберт,Бөрйән районы.

Оҫта атыусы ҡатын - ҡыҙҙар араһында:

1урын - Хәлилова Миләушә,Әбйәлил районы;

2 урын - Ишкилдинә Нәилә, Бөрйән районы;

3 урын - Вәлиева Юлиә,Баймаҡ районы һылыуы яуланы.

Ярышты ойоштороуға ярҙам итеусе Әбйәлил районы хәкимиәте башлығы Нафиков Ильдар Таһир улына ярыштың бағыусыһы булған Яунбаев Ғәлим һәм Лена Ягудина-Муратоваға Әбйәлил районы"Боевое братство" егеттәренә,ғәҙел итеп судействоны алып барыусы "Икара - уҡсы" спорт клубы ҡыҙҙарына,ҡорбан һалып уҡсыларҙы ашатыусы Миләушә Халиловаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

"Ятып ҡалғансы - атып ҡал!"

1743

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ