Рекламный баннер 990x90px bantop
28 июнь көнө Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Һабантуй байрамы үтте
14:38 30.06.2025 16+
28 июнь көнө Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Һабантуй байрамы үтте. Башҡортостан республикаһы исеменән Әбйәлил районы ҡатнашты. Тирмә ултыртып, унда килгән ҡунаҡтарға башҡорт халыҡ аш-һыуҙары (ҡымыҙ, буҙа, бауырһаҡ, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һәм башҡалар) менән һыйланылар. Тағы ла тирмә янында ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторҙолар, башҡорт халыҡ йолаларын күрһәттеләр, кейеҙ баҫыу буйынса мастер-класстар ойошторҙолар. Һабантуйҙың концерт өлөшөндә лә матур итеп бейенеләр һәм йырланылар. Бай мәҙәниәтле, ғөрөф-ғәҙәттәрле, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған матур йолаларлы Башҡортостаныбыҙ исеменән Һабантуйҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һәм был байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Фотоальбом https://vk.com/abzelil_rdk?z=album-50857557_306573260
Фотоальбом https://vk.com/abzelil_rdk?z=album-50857557_306573260
Оставить сообщение: