Рекламный баннер 728x90px center-top

Ҡужан ауылы халҡы оло хөрмәт менән контракт хеҙмәте ефрейторы Рифат Ғәлим улы Гәрәевты һуңғы юлға оҙатты.

20:17 12.08.2025 16+
Ҡужан ауылы халҡы оло хөрмәт менән контракт хеҙмәте ефрейторы Рифат Ғәлим улы Гәрәевты һуңғы юлға оҙатты.
Яугир 1999 йылдың 26 июлендә Яңы Һамар ауылында тыуа. Таштимер урта мәктәбен тамамлағас, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында һөнәр ала. Ҡораллы Көстәр сафында әрме бурысын үтәп ҡайтҡас, металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Намыҫлы, яуаплы, эшһөйәр һәм тыныс холоҡло булды тип ҡылыҡһырлай уны белгәндәр. Әммә ил сигендәге тынысһыҙлыҡ уны ҡорал тоторға мәжбүр итә. Сая башҡорт егете яу ҡырында ла һынатмай, хәрби антына тоғролоҡ һаҡлай. Үкенескә күрә, яҡташыбыҙ 26 июлдә хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Иң үкенеслеһе был көн Рифаттың тыуған көнө лә. Был көндә ул 26 йәшен тултырған булған...
Бәхил бул, яугир! Әсәһенә, туғандарына күркәм сабырлыҡ теләйбеҙ!
9187

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ