Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн Хәмиттә контракт хеҙмәте рядовойы Инсаф Шамил улы Ғәлин менән бәхилләштеләр.

23:16 18.08.2025 16+
Бөгөн Хәмиттә контракт хеҙмәте рядовойы Инсаф Шамил улы Ғәлин менән бәхилләштеләр.
Яугир 1996 йылдың 6 сентябрендә Хәмит ауылында тыуған. Урындағы урта мәктәпте тамамлағас, урта һөнәри уҡыу йортонда рәссам-биҙәүсе һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлап, Екатеринбург ҡалаһына эшкә китә. Һуңғы йылдарҙа Бөрйән районында эшләгән.
2024 йылдың декабрендә Инсаф МХО-ға юллана. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡанда үҙен ҡаһарман яугир итеп таныта, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. 2025 йылдың 29 апрелендә Донецк Халыҡ Республикаһындағы Песчаное ауылын азат иткәндә яҡташыбыҙ батырҙар үлеме менән ауа. Ул киләсәк быуындар өсөн батырлыҡ өлгөһө, Тыуған илебеҙҙең герой улы.
Инсафтың әсәһе Сәфинә Насибулла ҡыҙының, һеңлеләренең һәм туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Тыныс йоҡла, яугир, батырлығың онотолмаҫ!
3126

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ