Рекламный баннер 728x90px center-top

️«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында республикабыҙҙан 18 йәшлек модель ҡатнаша

21:37 16.09.2025 16+
️«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында республикабыҙҙан 18 йәшлек модель ҡатнаша

Башҡортостан исеменән Өфө агентлығы моделе, «Мисс Башҡортостан-2025» республика конкурсы еңеүсеһе Элиза Сөләймәнова сығыш яһай. Элизаға 18 йәш, ул сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының 3-сө курсында уҡый. Ҡыҙҙың буйы – 177 сантиметр.

«Беҙҙең студияла Элиза биш йылдан ашыу шөғөлләнә, — тип һөйләй директор Линара Таһирова. — Элиза республикала уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан».

Уңыштар, Элиза!
12871

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ