Рекламный баннер 728x90px center-top

Хөрмәтле Әбйәлил районы халҡы!

06:00 11.10.2025 16+
Хөрмәтле Әбйәлил районы халҡы!

Территориаль һайлау комиссияһы һеҙҙе ихлас күңелдән Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлай!

Башҡортостан – бай тарихлы, күркәм тәбиғәтле, хеҙмәт һөйөүсән һәм татыу халыҡ йәшәгән төбәк. Был байрам тыуған еребеҙгә, уның мәҙәниәтенә һәм традицияларына булған һөйөүҙе, ғорурлыҡ тойғоһон нығыта.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ! Тыуған республикабыҙ сәскә атһын, һәр өйҙә тыныслыҡ, муллыҡ һәм мөхәббәт булһын!

Башҡортостан Республикаһы көнө мөбәрәк булһын!

Ихтирам менән,
Әбйәлил районы территориаль һайлау комиссияһы
3133

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ