Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда һарауыс тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

14:57 17.10.2025 16+
Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда һарауыс тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Һарауыс – өлкән йәштәге башҡорт ҡатындары кейгән баш кейеме элементы. Уны маңлайҙы ҡаплап, ҡушъяулыҡ аҫтынан бәйләгәндәр. Һарауыс киндер туҡыманан тегелә, трапеция формаһындағы орнамент менән сигелә.

Оҫталыҡ дәресен Геологоразведка ауылынан Хакимова Фатима Мерзин ҡыҙы үткәрҙе. Был оҫталыҡ дәресе башҡорт халҡының милли йолаларын һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыуҙа мөһим роль уйнай.
4781

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ