Рекламный баннер 728x90px center-top

Дуҫлыҡ ептәре.

04:35 09.05.2024 16+
Дуҫлыҡ ептәре.

Оло һынау үткән беҙҙең дуҫлыҡ,

Сыныҡҡан ул Мартен янында.

Ут күршеләр менән татыу йәшәү,

Килешеп йәшәү башҡорт ҡанында.

Мәғнит-Әбйәлилдәр ҡулы менән

Ҡалҡып сыҡҡан күпме таш йорттар,

Туғанлашып, ҡоҙалашып бөттөк,

Бер ғаилә урыҫ-башҡорттар.

Татыу йәшәүҙәргә ни етә һуң,

Дуҫлығыбыҙ һәйкәл ҡуйырлыҡ!

Тарих биттәрендә эҙ ҡалдырып,

Ҡултамғаны ташҡа уйырлыҡ!

Сәскән үҫентеләр урман булһын-

Биргән анттың тере символы,

"Хеҙмәттәшлек-ғүмерлеккә !",тиеп,

Ҡул ҡыҫыша ике Ил улы!

Әнисә Махийәнова-Галина.

4838

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ