Рекламный баннер 728x90px center-top

Заманалар ауыр, тейҙәр,

04:07 06.10.2024 16+
Заманалар ауыр, тейҙәр,

Элек еңел инеме?

Колхозник атай-әсәйҙе

Балалары күрҙеме?!

Таңнан улар эшкә китә,

Беҙ йоҡлап ҡала инек,

Кис атай эштән ҡайтҡансы

Урамға тая инек.

Үҙебеҙ ғаилә ҡорғас та

Бик рәхәттән булманы -

Аҡсаһыҙлыҡ, аҡылһыҙлыҡ

Ялмап алды доньяны.

Балаға, тигән аҡсалар

Йөҙ һумға тулмай ине,

"Капитал", тигән түләүҙәр

Төшкә лә инмәй ине!

Ней эш хаҡын бирмәнеләр,

Алам, тиһәң тауар юҡ.

Булды инде заманалар -

Уйылыптар китәрлек!

Хәҙер дөнья көтөү рәхәт,

Эшләһәң йәшәп була.

Өйҙә һыуы ағып тора,

Керҙәрҙе " килен" йыуа!

Егәрленең ҡулы етәү,

Тырышҡандар - табалар.

Ялға йөрөй, өй һалалар -

Ташҡа ҡаҙаҡ ҡағалар!

4860

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ