Рекламный баннер 728x90px center-top

Заманалар килде инде ,

04:07 06.10.2024 16+
Заманалар килде инде ,

Күршеләрҙе белмәйбеҙ,

Балалары осрахала

Танымайбыз, белмәйбеҙ.

Тыугандарга Йөрөмәйбез,

Ваҡыт юҡ, бушамайбыз ,

Хәлдәр нисек икән тиеп

Телефондан һорайбыҙ.

Аҡса эшләп ғүмер үтә,

Бәрәкәт юҡ аксала ,

Күпме эшләп йөрөхэндэ,

Аҡса етмәй һаманда.

Донья артынан ҡыуабыз,

Булған һайын ҡотороп,

Кисен саҡ ҡайтып ятабыҙ,

Эштән һуң арып талып.

Шулай итеп ғүмер үтә ,

Тегеләй, былай сабып,

Һаулыҡ бөтә, һиҙҙермәҫкә,

Сәстәргә таптар һалып.

Ҡыуып етеп булмай икән,

Доньяның мәшәҡәтен,

Йәшәргә кәрәк ине лә,

Белеп ғүмер рәхәтен.

3920

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ