Рекламный баннер 728x90px center-top

Ноябрь айына һынамыштар

06:15 31.10.2024 16+
Ноябрь айына һынамыштар

e29c85.png1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер, ҡар ҡатыш ямғыр яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.

e29c85.png2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә

e29c85.png3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана

e29c85.png4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.

e29c85.png5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята

e29c85.png6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта

e29c85.png7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола

e29c85.png8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара

e29c85.png9 ноябрь ниндәй—май айы шундай

e29c85.png10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә

e29c85.png11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә

✅12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ

✅13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр

✅14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ

✅15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта

✅16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр

✅17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ

✅18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара

✅19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана

✅20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай

✅21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр

✅22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр

✅23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр

✅24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор

✅25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр

✅26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә

✅27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ

✅28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй

✅29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға

✅30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.

4028

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ