Рекламный баннер 728x90px center-top

Ҡорама ҡорау - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп.

04:21 14.11.2024 16+
e29c85.pngҠорама ҡорау - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, уны теккән ваҡытта изге теләктәрен дә әйтеп ултырған.

e29c85.pngБөгөн Әбйәлил тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Ѳйҙѳң ҡото - ҡорама" тигән матур сара үтте. Ҡырҙас ауылынан Сәлимйәнова Фәридә Ғәлибай ҡыҙының һәм Яңауыл ауылынан Муллағәләмова Сәйҙә Кәрәмәт ҡыҙының ҡорамаларынан , милли биҙәкле ижад өлгөләренән зауыҡлы күргәҙмә ҡоролған . Фәридә Ғәлибай ҡыҙы үҙенең эштәре менән генә таныштырып ҡалманы, оҫталыҡ дәресе үткәреп үҙенең эш алымдары менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусы апайҙар ҡул эштәренән ифрат ҡәнәғәт булып, бер-береһенең эшенә һоҡланыу белдереп, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаштылар.



4029

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ