Рекламный баннер 728x90px center-top

Башҡорт балалар баҡсаһына 100 мең һум аҡса күсергән

12:10 03.12.2024 16+
f09f918f.png«Башҡорт» балалар баҡсаһына 100 мең һум аҡса күсергән

Стәрлетамаҡ районынан «Башҡорт» позывнойлы яугир Республика махсуслаштырылған балалар йортона йөҙ мең һум аҡса күсергән. Хеҙмәткәрҙәр был аҡсаны сабыйҙарға кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, шәхси ҡулланыу әйберҙәре һатып алыуға тотонған.

f09f9294.pngҺәр бала был тормошта иң яҡшыһына лайыҡ, тип иҫәпләй һалдат.

Яугир Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе, ябай хеҙмәт кешеләре, унда намыҫ, изгелек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләгән. Ғаиләлә биш бала үҫә, «Башҡорт» дүрт малайҙың иң өлкәне. Бала саҡтан спорт менән дуҫ була, хәрби лагерҙарға йөрөргә ярата, армия сафында хеҙмәт итергә хыяллана. Әммә медицина күрһәтеүе буйынса хәрби хеҙмәткә алынмай.

Яҡын дуҫы фронт һыҙығында һәләк булғас, «Башҡорт» ныҡлы ҡарарға килә һәм Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, иптәштәренә ҡушыла. Бөгөн ул иҫ киткес ныҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән хеҙмәт итә.

4140

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ