Рекламный баннер 728x90px center-top

"Ғилем" олимпиадаһы 28 мартҡа тиклем оҙайтыла!

08:43 28.03.2025 16+
"Ғилем" олимпиадаһы 28 мартҡа тиклем оҙайтыла!

Дуҫтар, беҙҙә яҡшы яңылыҡ. Һеҙҙең тәҡдимегеҙ буйынса "Ғилем" олимпиадаһының беренсе турын тағы бер көнгә оҙайттыҡ - 28 март 18:00 сәғәткә тиклем ҡатнашырға була.

Кемдәр олимпиадала ҡатнашып өлгөрмәгән - ашығығыҙ! Онлайн этап бында үтә: гилем.рф.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ғилем" олимпиадаһы Әбйәлил районының 7-10 класс уҡыусылары араһында дүрт предметтан: математика, физика, химия, башҡорт теленән уҙғарыла. Икенсе этап апрель башында Асҡарҙа уҙасаҡ. Унда беренсе турҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылары: "НефтеПолис" инженер мәктәптәрен үҫтереү фонды һәм Әбйәлил районының мәғариф бүлеге. Олимпиада "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ярҙамында үткәрелә.
5369

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ