Рекламный баннер 728x90px center-top

Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан

21:25 27.04.2025 16+
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан
Балаларың башҡорт булмағас?
Өй эсендә үҙ балаңды
Рус телендә генә аңлағас?
Ни мәғәнә һинең башҡортлоҡта
Тырышлығың бер ҙә һалмағас?
Шәжәрәңдә башҡорт телен, рухын
Дауам итер кешең ҡалмағас?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан
Халҡым, телем тиеп янмағас?
Күңелеңде, барлыҡ булмышыңды
Рухи битарафлыҡ ялмағас?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан
Балаң башҡорт булып тыумағас?
Башҡортлоғоң үҙ аҡылың менән
Ҡатнаш никах менән юғалтҡас?
Башҡортмо һин үҙ балаңдың теле
"Мама, папа" тиеп асылғас?
Туған телде кем өйрәтер тиеп
Әллә кемдән көтөп ятылғас?
Ни мәғәнә һинең башҡортлоҡтан
Һөрән һалыу менән "Башҡорт"
тип?
Башҡортлоҡто башла ғаиләңдән
Үҙ балаңа телде өйрәт һин!

Авторы билдәһеҙ.
6001

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ