Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн Атауҙыла контракт хеҙмәте сержанты Әғзәп Сәрүәр улы Исҡаҡов менән бәхилләштеләр

18:11 11.06.2025 16+
Бөгөн Атауҙыла контракт хеҙмәте сержанты Әғзәп Сәрүәр улы Исҡаҡов менән бәхилләштеләр. 2024 йылдың ғинуарында “Фашизмды еңеп ҡайтасаҡбыҙ!” – тигән ҙур теләк менән МХО-ға юлланһа ла, уға тыуған еренә үҙ аяҡтарында ҡайтырға яҙманы. Уҡсы вазифаһын үтәүсе яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтеп өлгөрә. Былтырғы йылдың 27 февралендә һуңғы тапҡыр ут эсенә инә. Ошоға тиклем хат-хәбәре булмаған яугирҙең яҙмышы билдәһеҙ булды. Яңыраҡ оҙаҡ көттөргән хәбәр килде, үкенескә күрә, ул ҡайғылы ине... Әғзәп Исҡаҡов 30 йәшендә Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте, ул беҙҙең хәтерҙә алсаҡ, изге күңелле ир-егет булып һаҡланыр. Ата-әсәһенең, кәләшенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәңгелек дан батырыбыҙға!
4293

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ